Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 15:56

54 кеше пневмония менән госпиталдә ята

районыбыҙҙа 72 Covid-19 осрағы теркәлгән

Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов етәкселегендә коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш буйынса оператив штаб ултырышы үтте.
Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының баш табибы Рөстәм Латиповтың мәғлүмәттәре буйынса, апрель айынан 6 июлгә тиклем дәүерҙә районыбыҙҙа 72 Covid-19 осрағы теркәлә. 47 кеше һауыҡҡан, 25 яҡташыбыҙ амбулатор рәүештә дауалана.
Провизор госпиталендә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы менән 54 кеше ята, лаборатор анализдар коронавирус йоҡтороуҙарын күрһәтмәгән, ти.
Компьютер томографы күпмелер ваҡыт боҙолоп эшләмәй торһа, хәҙер йәнә сафҡа индерелгән. Һуңғы арала уғата йышайған пневмония булыу-булмауы унда яҡшы күренә.
Рөстәм Валериан улы һыуыҡ тейҙергән, температуралары күтәрелгән кешеләргә ни эшләргә кәрәк икәнлеген йәнә иҫкә төшөрҙө: дауаханаға килер кәрәкмәй, 3-65-01 телефоны буйынса шылтыратырға, медицина ярҙамын өйгә саҡыртыу зарур. Учалы үҙәк ҡала дауаханаһының “ҡыҙыу линия” номеры - 8-905-308-11-00.
Читайте нас: