Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 14:55

Бала бассейнда батҡан

Башҡортостанда мунса комплексы бассейнында 6 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар.

Башҡортостанда мунса комплексы бассейнында 6 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен тапҡандар. Фажиғәле осраҡ 4 июлдә Мәләүез ҡалаһында теркәлгән.
Республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡыҙыҡай өләсәһе һәм 8 йәшлек ағаһы менән мунсала булған. Ниндәйҙер мәлдә өләсәй ейәнсәренең юҡлығын һиҙеп ҡалған һәм уны эҙләй башлаған. Күпмелер ваҡыттан һуң уның кәүҙәһе бассейн төбөндә табылған.
Әлеге ваҡытта мунса комплексы бассейнында баланың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
https://www.bashinform.ru/news/1470139-v-bashkirii-za-sutki-chislo-bolnykh-covid-19-uvelichilos-na-48-chelovek/
Читайте нас: