Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 18:05

Бар донъяға ғашиҡтар

Ғаилә нигеҙен ер йөҙөндәге иң яҡты, иң илаһи хистәрҙән - саф мөхәббәттән ҡойоп, донъяларын тик хәләл көс, хәләл тир тамсылары менән ҡороп, бар тирә-яҡҡа өлгө булып йәшәүсе гүзәл парҙарға һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Бына, мәҡәләбеҙҙең геройҙары - Учалы ҡалаһында йәшәүсе Айгөл һәм Айнур Камаловтар ҙа нәҡ ана шундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.

Ғаилә нигеҙен ер йөҙөндәге иң яҡты, иң илаһи хистәрҙән - саф мөхәббәттән ҡойоп, донъяларын тик хәләл көс, хәләл тир тамсылары менән ҡороп, бар тирә-яҡҡа өлгө булып йәшәүсе гүзәл парҙарға һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Бына, мәҡәләбеҙҙең геройҙары - Учалы ҡалаһында йәшәүсе Айгөл һәм Айнур Камаловтар ҙа нәҡ ана шундай һоҡланғыс ғаиләләрҙең береһе.Фатирҙарына аяҡ баҫыу менән ғаилә башлығының хәстәрлекле ҡулдары, хужабикәнең егәрлелеге, нескә эстетик зауығы яҡшы тойола. Хәйер, үҙҙәре менән яҡындан танышҡансы уҡ, уларҙың үтә лә тырыш булыуҙары, тормош йәмен балаларының шат йөҙөндә һәм намыҫлы хеҙмәттә табып йәшәй белеүҙәре хаҡында электән ишетеп белә инек. Айгөл Килмәк ауылында донъяға килә. Ярҙамсыллыҡ, киң күңеллелек, эшкә сәмлелек кеүек сифаттар уға сабый саҡтан һалына. Мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетында белем ала. Уҡыу йортон тамамлағас, мәктәптә уҡытыусы, балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп ала. Әлеге ваҡытта "Урал" балалар шифаханаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт итә. - Эшемде бик яратам, сабыйҙар эргәһендә бар донъя мәшәҡәттәре онотола, - ти ул ихлас күңелдән. - Яратҡан эшең булып, ғаиләң имен торһа, балаларың уңыштары менән һөйөндөрһә - ҡатын-ҡыҙға шул да оло бәхет! - ти Айгөл.БДУ-ла белем алған осорҙа икенсе яртыһы - буласаҡ тормош юлдашын осрата. Тормошҡа етди ҡарашлы Учалы егете Айнур Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт училищеһында уҡый. Йәштәр бер аҙ дуҫлашып йөрөгәс, артабан мәңге бергә булырға вәғәҙә ҡуйышып, ҡауышалар. Ғашиҡ йәндәрҙең тормоштарына нур өҫтәп тәүге сабыйҙары Алһыу тыуа. Тағы бер нисә йылдан татыу ғаиләнең нигеҙен нығытып, икенсе ҡыҙҙары Асия донъяға килә. Айнур ысынлап та хәстәрлекле ир, ышаныслы ғаилә башлығы булып сыға. Әле ул 10 йылға яҡын "Никол-пак" йәмғиәтендә оператор булып хеҙмәт итә. Өҫтәүенә, Камаловтар туйҙар, юбилейҙар үткәрәләр - Айгөл - тамада, ә Айнур музыкаль яҡтан биҙәй. Камаловтар ғаиләһе районда ғына түгел, республика кимәлендә ойошторолған төрлө конкурс-ярыштарҙа әүҙем ҡатнашып торалар. Ике йыл рәттән районыбыҙҙа үткәрелгән "Йәш ҡаилә" конкурсында, Өфө ҡалаһында уҙғарылған "Ғаилә фестивале"ндә ҡатнашалар, "Ғаилә менән велосипедтарҙа уҙыш" ярышында көс һынайҙар. Айгөл 2012 йылда үткәрелгән "Әсәй булам" конкурсы призеры булһа, Айнур 2019 йылда уҙған "Иң яҡшы атай" конкурсында беренсе урын яулай. "Учалы-Һөт" йәмғиәте ойошторған конкурстан да ситтә ҡалмай тырыш ғаилә - кеүәҫ эсеп, стикерҙар йыйып, "Дэу-Нексия" машинаһын оталар. "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" ти халыҡ мәҡәле. Егәрле атай-әсәйҙең ҡыҙҙары ла үҙҙәренә оҡшап тырыштар һәм шәптәр. Дүртенсе класта уҡыған Алһыу Өфө ҡалаһында уҙғарылған "Башҡортостан таланттары" конкурсында йыр буйынса - беренсе, бейеү һәм шиғыр һөйләү буйынса өсөнсө урындар яулай. Икенсе класта уҡыған Асия ошо уҡ конкурста шиғыр һөйләү буйынса - беренсе, йыр буйынса өсөнсө урын яулай. Алһыу "Сулпылар" телевизион конкурсында ла ҡатнашып, көс һынап ҡарай. Район-ҡалала уҙғарылған конкурстар ҙа уларһыҙ үтмәй ҡалмай. Ҡыҙҙар икеһе лә музыка мәктәбендә уҡыйҙар, Алһыу "Уралтау" балалар вокал-хореография студияһында ла шөғөлләнә. Афарин! Тап ана шундай һоҡланғыс матур ғаиләләр районыбыҙҙың гәүһәр көҙгөһө лә инде! Ошондай матур парҙар төбәгебеҙҙә күберәк булһын, башҡаларға үрнәк күрһәтһен. Юҡҡа ғына “Матур ғаилә - ил күрке” тип әйтмәгәндәрҙер...
Читайте нас: