Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 15:10

Данилды табырға ярҙам итегеҙ, ти туғандары

Белорет районының Верхнебельский ауылында йәшәгән 28 йәшлек Данил Таипов 24 июндә үк урманға ҡоро утынға тип сығып киткән еренән әйләнеп ҡайтмаған. Егетте эҙләүгә Учалы ирекмәндәре лә ҡушылды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы әлегә бер ниндәй ҙә яҡшы хәбәр юҡ.

Белорет районының Верхнебельский ауылында йәшәгән 28 йәшлек Данил Таипов 24 июндә үк урманға ҡоро утынға тип сығып киткән еренән әйләнеп ҡайтмаған. Борсолған туғандары шунда уҡ полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм “Легион Спас” ойошмаһының ирекмәндәренә мөрәжәғәт итә.
“Һуңғы тапҡыр уны Верхнебельский янындағы урманда күрәләр”, - ти ғаиләнең танышы Екатерина тигән ҡатын.
Данилды ошоға тиклем ауыл кешеләре бер нисә тапҡыр сығып эҙләгән, ирекмәндәр ҙә эҙләүҙе туҡтатмай.
Егеттең билдәләре: буйы 175 см, сәстәре ҡара-һоро, күҙҙәре йәшел, күҙлек кейә. Юғалған көндө камуфляж костюмда булған.
Әгәр Данил Таипов тураһында ниндәй ҙә булһа хәбәргә эйә булһағыҙ, түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ: 8 (908) 053 31 26, 8 (967) 869 87 33.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: