Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 15:50

Их, килен, килен...

Бигерәк уңманым инде киленемдән, – тип башланы хәбәрен Зәлифә әхирәтен сәй менән һыйлаған ыңғайы.– Улың ҡәнәғәт кеүек күренә бит. Ҡайтҡан һайын етәкләшеп кенә йөрөйҙәр, – тип уға ҡаршы әйтеп ҡараны Сабира.– Булды ти, йылан бит ул. Бер-бөртөк улымды арбаны. Хәҙер уныһы көсөк кеүек күҙенә ҡарап ҡына тора, нимә ҡуша шуны эшләй.

– Бигерәк уңманым инде киленемдән, – тип башланы хәбәрен Зәлифә әхирәтен сәй менән һыйлаған ыңғайы.
– Улың ҡәнәғәт кеүек күренә бит. Ҡайтҡан һайын етәкләшеп кенә йөрөйҙәр, – тип уға ҡаршы әйтеп ҡараны Сабира.
– Булды ти, йылан бит ул. Бер-бөртөк улымды арбаны. Хәҙер уныһы көсөк кеүек күҙенә ҡарап ҡына тора, нимә ҡуша шуны эшләй.
Альберт менән Рита ысынлап насар йәшәмәй кеүек. Тик Зәлифә өсөн тәүге көндән килене шәхси дошманға әйләнде. Һәр һүҙен тыңлап, әсәһе теләгәнсә эшләгән малайын сихырланы ла ҡуйҙы бит шул. Әсәһе һүҙенә тәүге тапҡыр ҡаршы килеп өйләнде Альберт. Төпсөк улы әсәһе менән бергә йәшәп, уны тәьмин итергә, килене ҡарап, донъя көтөргә тейеш ине. Тик Рита ай-вайына ҡуймай улыҡайын ҡалаға алып китте. Ипотекаға фатир алдырҙы. Хәҙер улы көнө-төнө шул бурысты түләр өсөн эштә.
– Үҙе лә эшләгән була шунда, тырнаҡ буяусы булып. Теләһә бара, теләмәһә төшкә тиклем йоҡо һимертә. Имеш, һәйбәт аҡса эшләй тигән була улым. Эшләрһең дә, эшләмәй ни, кеше тырнағын соҡоп... Оятһыҙ нәмә автобуста йөрөүе ауыр тип машина талап итә башлаған. Минең меҫкен улым тағы кредитҡа батып машина алып биргән. Хәҙер бер елкәһендә ике ҙур кредит, бахырымды, – тип дауам итә Зәлифә яулыҡ осо менән күҙ йәштәрен һөртөп алып.
– Әле ҡайҙа һуң үҙе? Улың яңғыҙы ғына ҡайтҡан...
– Диңгеҙҙә майын иретеп ята. Ныҡ арыным тип илаулап, Төркиәгә юллама алдырған. Альбертигым тағы йәлләгән шуны, тағы бурысҡа батып ялға ебәргән. Үҙе ана бара ла алмаған, кредиттары күп бит, эшләй инде... Иң йәнем көйгәне, араларына ҡыҫылып та булмай. Килен һөйләшеп тә тормай, ә улым уның йырын йырлай. Шул нәмәһен яманлай башлаһам, трубканы һала ла ҡуя.
– Бигерәк меҫкен икән шул улың... Әйткәндәй, ҡыҙың да күренмәй, ул ҡайҙа?
– Эй, бер шатлығым шул ҡыҙым инде. Бигерәк уңышлы кейәүгә сыҡты бит. Кейәү үлә яҙып тора. Ул теләгәнсә баш ҡаланан өс бүлмәле фатир алды, машина алып бирҙе. Үҙен эшләтмәй, өйҙә ял ит, матурлыҡ салондарына йөрө тип кенә тора. Матур кеше эшләргә тейеш түгел инде, бигерәк сибәр бит ҡыҙым. Әле әхирәте менән Парижға китте, кейәү шәп бит, донъя күрһен тип ебәрҙе...
Фото: mirtesen.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: