"Баймаҡ урман хужалығы"ның 32 йәшлек элекке директоры сит мөлкәтте туҙҙырыуҙа һәм законһыҙ ағас ҡырҡыуҙа ғәйепләнә. Ир был енәйәт аҙымына 2018 йылда бара, эш материалдары буйынса ул 1000 кубометрҙан ашыу ҡарағас үҫентеләре киҫеүҙә ғәйепләнә, зыян 6 миллион һум... Ағастар йәшенә ҡарап ҡырҡылырға тейеш булмаһа ла, ир ниәтен тормошҡа ашырмай ҡалмай. Һөҙөмтәлә 400 кубометрҙан ашыуын коммерция фирмаһына һата, уның өсөн 1,5 миллион һум аҡса ала. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ органдары предприятиеның документтарын тикшерә, енәйәт эшен асыҡлайҙар.