Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 15:45

Өй эйәһе ҡарғышы

Сәлихә тыштағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙгә күренмәҫ ваҡ эштәрен тамамлап ҡулдарын ,билендәге альяпҡысына һөртә-һөртә, өйҙә сәңгелдәктә йоҡлап ҡалған ,сабыйын имеҙергә ашыҡты.Йоҡлаған арала ғына ваҡ төйәк менән булашмаһа,хатта тынысһыҙ бала.Атаһы баҫыуҙан ҡайтып килмәй.Һау булһындар инде,кемеһе булһа ла.Тәүгеләре икеһе лә ҡыҙ бала

Сәлихә тыштағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙгә күренмәҫ ваҡ эштәрен тамамлап ҡулдарын ,билендәге альяпҡысына һөртә-һөртә ,өйҙә сәңгелдәктә йоҡлап ҡалған ,сабыйын имеҙергә ашыҡты.Йоҡлаған арала ғына ваҡ төйәк менән булашмаһа,хатта тынысһыҙ бала.Атаһы баҫыуҙан ҡайтып килмәй.Һау булһындар инде,кемеһе булһа ла.Тәүгеләре икеһе лә ҡыҙ бала .Байтаҡ ваҡыт өсөнсөгә бәпескә уҙалмай йөрөнө. Ғайсаһы "Кәләш миңә малай ғына алып ҡайт инде,һәр бер әйткән үтенесеңде үтәп,ауыҙыма тәмәкене лә,әсе шайтанды ла алмаясаҡмын,бына биллаһи"-йөҙөнә етди төҫ алып,үтенгән кеше булды.Сәлихә лә ҡәйнәһе мәрхүм әйткәндәрен һәр-саҡ иҫендә тота."Бер бала-юҡ бала,ике бала-бер бала ,килен минән вәсиәт атаһына таяныс,алмашсы,һинең үҙеңә бар битярҙамсылар,улыма ла алып ҡайт",тик үҙе ошо көндәрҙе күрмәне,ҡалай ҡыуаныр ине.Ике ҡыҙҙарын да ҙурайғансы ,итәгенән төшөрмәй, күтәреп үҫтереште.Бик аҡыллы,таҙа,дин кешеһе ине.Әле лә дини китаптарын ҡәҙерләп кенә һаҡлай,ҡәйнәһенең төҫө итеп.Бергә ваҡытта бейек итеп өй һалып сыҡтылар.Шәмсиә әбей бер йыл ғына йәшәп ҡалды яңы өйҙә.Иренең инде ҡулынан килмәгән бер эштә юҡ.Йорттарын да кеше ҡушмай,үҙе генә һалды тиһәң хата булмаҫ.Баҫыуына ла өлгөрә,әле тракторҙа йөрөп ер һөрәләр.Бик әсе һыуға ла алданып,шашып эсеп йөрөмәй,ҡунаҡтарҙа ғына әҙ мәҙ генә күтәрә лә."Һәр нимәнең самаһы бар ,етте "-тип кире урынына ултырта.Дуҫтары ла уларға күнегеп бөткәндәр инде,шуға ла ҡыҫташмайҙарҙа.Хатта исемдә таҡҡандар Ғайсаға ҡарата,"Ер ҡорто "-тип.Көнләшеүҙән түгел,ә ихтирам йөҙөнән.Ҡатындың да йорт эсе,тышы ла гөлт итеп ,баҡсаһында һәр төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып тора.Ҡәйнәһе мәрхүмә менән дә кәңәшләшеп,бергә татыу йәшәнеләр.Ауыр һүҙ әйтешмәй ,һауыт һаба шалтырамайынса донъя булмай-тигәндәй,булғыланы инде,әҙ-мәҙ,шунда ла киленсәк иренә,әсәһе улына ошаҡлашманылар,Ғайса ҡайтыуға бернәмәлә булмағандай,сөкөрҙәшеп сәй эсерҙәр ине,бергә емеш еләк ,дарыу үләндәре йыйырға йөрөнөләр,әле лә киптереп моҡсайҙарға һалынғандары ,келәт эсендә элеүле торалар.Сирләп китһәләр тиҙ генә шул үләндәрҙе ҡулланалар.Әй үлән тигәндәй,ире бөгөн төнө буйына йүтәлләп сыҡты бит әле,тип келәттән йүкә сәскәһе ҡарап алды,унан сыҡҡайны ғына,ҡапыл ҡайҙандыр ҡара ҡуйы болоттар килеп сығып,шаптырҙар ямғыр яуа башланы.Ҡатындың балаһының киптерергә элгән йүргәктәре ,иҫенә төшөп ,инеп килгән еренән кире тышҡа сығып ,керҙәрен йыйнай башланы.Үҙе һаман" улым уянып сәңгелдәктән генә осоп төшмәһә ярар ине"тип ҡабаланды.Эшкә әүрәп байтаҡ йөрөп таштаған шул инһә,сабыйы геүелдәп әсәһенә тауыш биреп тә ята,кескәй аяҡтарын тыбырсып туҡтауһыҙ тибенә."Әү-әү бәпкәм уяндыңмы,асыҡтыңмы,хәҙер-хәҙер эммә бирәм мин уға, йүргәктәреңде типкесләп өйөп таштағанһың бит,үҙе сыр яланғас өшөгән,нисек осоп төшмәгән,ух шул әсәһен түтен сиптырыр кәрәк ибет улым"-тип иркәләп ,күтәреп алайым тигәнсе, сабыйының аяҡ осондағы йүргәктәр араһынан күҙенә бер ҡара әйбер салынып ҡалды,асып ҡараһа ,ҡурҡышынып сәрелдәп ҡысҡырып та ебәрҙе,ыңғайына улын ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫҡан килеш иҫе китеп тәгәрәп тә китте.Ап-аҡ биләүҙәр араһында ҡап-ҡара йомарланып Туҙбаш йылан ята ине.Ҡатындың ҡолаҡ ярғыс тауышына һиҫкәнеп,яйлап ҡына сәңгелдәк тирәләй оҙон булып шыуышты ла,бау буйлап түбәгә ҡарай күтәрелде,барып-барып өрлөк ситендәге бәләкәс кенә өңрәйеп торған тишек эсенә инеп китте.Лысма һыу булып ҡайтып ингән ире ,иҙәндә тас салҡан ятҡан ҡатынын ,әсәһенең түшен һәрмәп имеп ятҡан улын күреп аптырап китте."Сәлихә,Сәлихә тим,нишләнең,тор,әллә эскән инде"-тип,ҡатынының ике сикәһен ыуа башланы,үҙе тағы нишәтергә лә белмәй,һаман һөйләнеп,"Аһа нимә булған үҙе,йә тор ана балаң илай бит"-йүгереп сығып һыу алып инеп битенә бөрктө.Саҡ ҡатын иҫенә килгәндәй булды ла"Унда сәңгелдәктә"-тип ҡулы менән күрһәтеп ,тағы ҡысҡырып илай башланы."Йә инде баланы ҡурҡытаһың,нимә булды,йөрәкте алдығыҙ бит әй,нимә бар","Йылан,ҡара йылан сәңгелдәктә"-Сәлихә өҙөп саҡ әйтте.Ғайса сәңгелдәктең аҫтын -өҫкә килтерҙе" юҡ унда бернәмә лә,уйынсығы шулай күҙеңә күренгәндер,һиндә ҡыҙыҡһың унда нисек менеп ятһын ул,әйҙә ултырма асыҡтырҙы ла"-тип ,улын кейендереп ,күтәреп тышҡа сығып китте.Ҡатын сүгәләгән килеш,"Ғайса дөрөҫ әйтә,әллә күҙемә күренде микән,ҡабаланып йөрөп,ярай сабыйым иҫән-һау"-тип ирен ашатырға тип,аласыҡҡа сығып китте.Сәй эскән арала "Ҡарале Ғайса ҡәнәм мәрхүмә әйтә торғайны бит,өйҙөң эйәһе ,йылан бар,ул беҙҙең нигеҙ ташыбыҙҙы һаҡлай,үлтерергә ярамай,үлтерһәң ҙур ҡаза киләсәк"-тип,ире һаман"Әй ҡуй әле,ҡуй бушты әкиәт һөйләмә лә,ана уны балаларыңа һөйлә"-тип һикереп тороп кәртә яғына ҡарай китте.Шул ваҡиғанан һуң ,Сәлихә йоҡламаҫ булды, төндәр буйы һаташып уяна,юлында берәй ҡарағусҡыл әйбер күрһә лә ҡурҡты.Иренә әйтеп күрше ауылдағы бер әбейгә барып үҙенә ҡот ҡойҙорҙо.Ҡарсыҡ өс тапҡыр ҡойҙо өсөһөндә лә ,йылан башы төштө."Балам йыландан ҡурҡҡанһың бит"-тип ,ҡотон аҡ сепрәккә төрөп түшенә элдерҙе.Ҡатын әбейгә бынан бер нисә көн элек булған хәлде һөйләп бирҙе.Уныһы тыңлап бөтөп бер-аҙ өндәшмәй ултырғас ,телгә килеп,"Тимәк сабыйыңды нимәнәндер ҡурсалап ,өй эйәһе менеп ятҡан,улар үҙ кешеләренә зыянлыҡ килтермәйҙәр,тупһа алдына ла менеп ятырға мөмкин,ҡояшҡа ҡыҙынып,күрмәмеш булып үтегеҙҙә китегеҙ,бынан түбән,тик ҡыҙым үҙенә зыян килтермәгеҙ,аҙағы насарлыҡ менән бөтөр,иптәшеңә лә аңғартып ҡуй,"бисмиллаһын тағы бер мәртәбә уҡыны ла ,"Инде, тыныс йоҡларһың"-тип оҙатып ҡалды.Ысынлап та ,әбейҙән ҡайтҡас ,тынғыһыҙ йөрәге лә тынысланды,рәхәтләнеп йоҡланы ла.Улы ла хәҙер тик барға илап бармай,Һалған ерендә ,геүелдәп уйынсыҡтары менән уйнап ята,былайса янынан бер аҙға ла китә алмай ине.Ул хәл онотола бара ине.Йәйге көндәр эҫе ,ҡура ғына .Тышта баҡса эсендә лә эштәр күп.Сабыйын коляскаһына һалды ла ,үҙе түтәлдәрен утарға төшөп китте.Бер ваҡыт кәртә аҫтында икенсе класта уҡып йөрөгән Йәмиләһе ҡысҡырып илай,"Әсәй,ҡаҙ суҡый ,ана килә ята ,тиҙ бул",ҡатын тиҙ генә ҡулындағы тәпкеһен таштаныла,ҡыҙы илаған яҡҡа йүгерҙе,уныһы һаман,"Әсәй,әсәй тием"-ти.Сәлихә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы,ата ҡаҙ менән баяғы ҡара йылан айҡаша ,ҡаҙ тегене суҡыйым тиһә,быныһы уның суҡышына кире ырғый.Тәки артҡа сигендереп ,ата ҡаҙҙы мөйөшкә һырындып та ҡуйҙы.Үҙе ипләп кенә шыуышып келәт аҫтына инеп юғалды."Ҡороғор ,ҡурҡма балам ул себештәрен һинән ҡыҙғанған"Әсәй ,ә,йылан"-тине Йәмиләһе,"Ул балам ,өйҙөң эйәһе,оләсәйеңдең йәне шуға күскәндә ,һине ата ҡаҙҙан ҡурсалап алып ҡалған",ҡыҙы һаман "Ату ул,оләсәй һымаҡ һөйләшергә лә мөмкинме,йәне унда булғас",әсәһе"Эйе,эйе,әйҙә тиҙ бул ҡустыңда уянған шикелле"-тип һүҙҙе икенсегә бора һалды.Ире ҡайтҡас күргәндәрен һөйләһә ,тәки был юлы ла ышанманы,"Яһап әкиәт һөйләмә миңә "-тине лә ҡуйҙы.Уныһы"Әй ышанмаһаң,ышанма"-тип ҡул һелтәне.Шуға ла ул йылан менән булған хәлдәрҙе берәүгә лә һөйләмәне,эсендә һаҡланы.Йәмле йәйҙәр үтеп,көҙҙәр яҡынлашты,ире ҡабат тимер атына атланып баҫыуға төштө.Ирғәле ләрелә яйлап имгәкләй башланы.Ҡыҙҙар береһе дүрткә,икенсеһе өсөнсөгә барҙы.Йорттоң бар эше Сәлихә елкәһендә.Малайы имгәкләй башлағас,ҡарап тормаһаң бар донъяны бөлдөрә .Ҡатындың бер ҡулын тотоусы хәҙер.Ул был иттениһә кис,етеп,мал ҡайта башлай.Бер көн шулай ире ,бергә эшләгән егете менән алмашып тороп,ике көн урманға йөрөп алды.Сәлихә ул көнө тауыҡтарына ем һибеп йөрөй ине,ире өйө янында дөңкөлдәп ҡулынаһаплы көрәген тотҡан килеш әллә нимәне туҡмай.Ҡатыны янына килеп еткәс"бына һинең әкиәттәге йыланың килеп сыҡты бит,балаларҙы ҡурҡытып ,тупһала ята ищеү"-тип,йыландың башына осло көрәге менән һуғып, албырғап ҡалған Сәлихә "Нишләйһең,Ғайса теймә!"-тип ,иренең ҡулындағы көрәген тартып алырға маташты,уныһы һаман "Үлде бит инде"-тине лә көрәгенә элеп, кәртә аҫтына алып барып таштаны.Ҡатындың күңелендә тағы тынғыһыҙлыҡ башланды.Һәр иртәнсәк Хоҙайҙан иренең,балаларының,һаулығын,ғүмерен һораны.Бәлә ҡазаларҙан һаҡлаһын тип мәсеткә барып хәйер һалды,әреуахтарына бағышлап доға ҡылдырҙы.Йөрәге шулайҙа ниндәйҙер ҡаза килерен һиҙгертеп сәнсеп-сәнсеп алғандай була.Ҡатын дарыуҙарын эсеп ,үҙен-үҙе тынысландырғандай итте.Ҡыш бергә йөрөшкән дуҫтары быларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙылар.Малайҙарын ғына алдыларҙа ,ҡыҙҙарына "Һеҙ хәҙер ҙурһығыҙ,өйҙә ҡалып тороғоҙ,эйәреп барһағыҙ оят була уҡыусы балаларға "-тип ҡалдырып киттеләрОҙаҡ ҡунаҡ булып ултырҙылар,йырлаштылар,бейештеләр тигәндәй,көлөшә-көләшә өйҙәренә ҡарай атланылар.Сәлихә иренә"ипләп кенә ин ҡыҙҙар йоҡлағандарҙыр инде,"-тип,аш өйҙөң генә утын алды ла бышырлашып сисенә башланылар,ҡулдарындағы сабыйҙарын да ипләп кенә сәңгелдәгенә алып барып һалдылар.Ире саҡ төп яҡта иҙәндә ятҡан ҙур ҡыҙының кәүҙәһенә эләгеп тәгәрәп китмәне,Ҡатынына"Ҡыҙҙарҙы уят ,урындарына менеп ятһындар,иҙәндә йоҡлап ҡалғандар бит"-тине.Сәлихә өҫтөн һалып бөттө лә ,Илүзәһен уята башланы"Ҡыҙым тор,урыныңа менеп ят,"-тиһә лә уянмай",күтәреп кенә һалайымда ҡуяйым "-тип уйлап күтәргәйне ,уныһы ҡамыр шикелле таралып төштө,китте ҡысҡырыш,илаш,ауылдың фельдшерын саҡырттылар,уныһы шунда уҡ"Һуңлағанбыҙ"-тине.Шулай итеп шатлыҡлы балалар ауазы яңғырап торған ,ҡотло йорт эсенән ике сабый мәйете сыҡты.Әсәләре ҡунаҡҡа китер алдынан мейескә яғып киткән булалар,торһон теймәгеҙ,беҙ ҡайтҡансы бер нәмә лә ,булмай тиһәләр ҙә,ҡыҙҙар үҙҙәренекен эшләгәндәр,мейесте ҡыҙыулай тыҡҡандар,икәүһенә лә еҫ тейгән.Ир менән ҡатын өсөн донъя бөтөнләйгә туҡтап ҡалған кеүек тойолдо.Икеһе бер-береһенә сит кешеләр була башланылар,айырым ашап,айырым йоҡларға күнегеп киттеләр.Ҡатын күп илауҙан,алтмыш йәшлек әбейҙәр кеүек булып китте,элекке шәп ,сибәр Сәлихә түгел хәҙер,Ғайса ҡайғыһын баҫам тип,шешә менән дуҫлашты.Йыраҡтан уҡ балҡып торған йорт,бернисә сәғәт эсендә , ялҡыны бөткән майһыҙ шәмгә әйләнде.Өҙөлөп барған епте төйнәүсе,Ирғәлеләре генә,әле бер нәмә лә аңламай,шаяра,көлә,түкмәс атып йөрөй.Туғандары килеп төрлөсә кәңәштәрҙә биреп ҡаранылар,кемеһе шарап эсергә өндәне ҡатынды,"Ҡайғың онотола яйлап,эсһәң,күрмәйһеңме эстән янып әбейгә әйләнеп бараһың,былай бит күңел асып,стресың юҡҡа сығасаҡ,бына мине ҡара "-тип бәғзе берәүҙәр,үҙҙәренсә бик матур аҡыл өйрәттеләр.Ҡатын үҙен көсләп бер көн әсе һыуҙы ауыҙына алып ҡараны,ысынлапта ҡалай рәхәт ,бөтә ер шары әйләнгәндәй,бер нимәлә кәрәкмәй икән һиңә ул ваҡытта,яңы теле асылып килгән,аяҡ араһында буталып йөрөгән малайы ла ҡамасауламай.Тик иртәгеһенә башына ел тултырғандармы,көс еткеһеҙ ауыр,тәне туҡмалған кеше кеүек,ауыҙынан ниндәйҙер һаҫыған балыҡ тәме килгән кеүек.Янында ятҡан улын һәрмәп ҡараны йоҡлай,бите ҡап-ҡара бысраҡ,тышҡа сыҡты иртә икән,кис һауылмаған һыйырҙары ,хужабикәләрен күргәстә мөңрәшә башланылар.Күнәктәрен алам тигәнсе нимәгәлер эләгеп тәгәрәп китте.Юлында бәләкәй генә таш ятҡан икән,ентекләп ҡарағайны ,йыландың үлгән кәүҙәһе лә ята."Нисек килеп ятҡан һуң бында,әллә ҡош суҡып төшөрөп ҡалдырғанмы"-тип уйланды,тик көрәк менән сабылған башы ғына юҡ ине.Ҡулындағы күнәктәрен ергә ҡуйҙы ла Сәлихә өй эйәһенең кәүҙәһен ,аҙбар артына кеше аяғы баҫмаған ергә ,ҡәҙерләп күмеп ҡуйҙы.Ике ҡулы менән маңлайындағы бәреп сыҡҡан тирен һөртөп,эстән белгән доғаларын уҡып,битен һыпырҙы.Дөбөрҙәтеп һыйырҙарын һауып,көтөүгә ҡыуҙы.Ире менән улы тороуға бар эштәрен бөтөрөп ,өҫтәлгә боһратып самауырын килтереп ултырытты.Өй эсе ҡабат йылынып,нурға сумды.Малайҙары бесәйен күреп шарҡылдап көлә-көлә шаяра ла башланы.Ире лә ҡырынған таҙа кейемдәрен кейеп алғас ,ҡалай күркәмләнеп,йәшәреп киткәндәй .Ҡатын эстән генә хоҙайға рәхмәттәрен уҡып,үҙенең өй эсенә йән,тән тыныслығы һораны.Яйлап ҡайғыларын эш менән баҫырға көс табып,яңыса тыуып ,ҡабаттан гөл сәскәләй тормош башланылар. Зифа Ишмырҙина.
Өй эйәһе ҡарғышы.(хикәйә)Сәлихә тыштағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың күҙгә күренмәҫ ваҡ эштәрен тамамлап ҡулдарын ,билендәге альяпҡысына һөртә-һөртә ,өйҙә сәңгелдәктә йоҡлап ҡалған ,сабыйын имеҙергә ашыҡты.Йоҡлаған арала ғына ваҡ төйәк менән булашмаһа,хатта тынысһыҙ бала.Атаһы баҫыуҙан ҡайтып килмәй.Һау булһындар инде,кемеһе булһа ла.Тәүгеләре икеһе лә ҡыҙ бала .Байтаҡ ваҡыт өсөнсөгә бәпескә уҙалмай йөрөнө. Ғайсаһы "Кәләш миңә малай ғына алып ҡайт инде,һәр бер әйткән үтенесеңде үтәп,ауыҙыма тәмәкене лә,әсе шайтанды ла алмаясаҡмын,бына биллаһи"-йөҙөнә етди төҫ алып,үтенгән кеше булды.Сәлихә лә ҡәйнәһе мәрхүм әйткәндәрен һәр-саҡ иҫендә тота."Бер бала-юҡ бала,ике бала-бер бала ,килен минән вәсиәт атаһына таяныс,алмашсы,һинең үҙеңә бар битярҙамсылар,улыма ла алып ҡайт",тик үҙе ошо көндәрҙе күрмәне,ҡалай ҡыуаныр ине.Ике ҡыҙҙарын да ҙурайғансы ,итәгенән төшөрмәй, күтәреп үҫтереште.Бик аҡыллы,таҙа,дин кешеһе ине.Әле лә дини китаптарын ҡәҙерләп кенә һаҡлай,ҡәйнәһенең төҫө итеп.Бергә ваҡытта бейек итеп өй һалып сыҡтылар.Шәмсиә әбей бер йыл ғына йәшәп ҡалды яңы өйҙә.Иренең инде ҡулынан килмәгән бер эштә юҡ.Йорттарын да кеше ҡушмай,үҙе генә һалды тиһәң хата булмаҫ.Баҫыуына ла өлгөрә,әле тракторҙа йөрөп ер һөрәләр.Бик әсе һыуға ла алданып,шашып эсеп йөрөмәй,ҡунаҡтарҙа ғына әҙ мәҙ генә күтәрә лә."Һәр нимәнең самаһы бар ,етте "-тип кире урынына ултырта.Дуҫтары ла уларға күнегеп бөткәндәр инде,шуға ла ҡыҫташмайҙарҙа.Хатта исемдә таҡҡандар Ғайсаға ҡарата,"Ер ҡорто "-тип.Көнләшеүҙән түгел,ә ихтирам йөҙөнән.Ҡатындың да йорт эсе,тышы ла гөлт итеп ,баҡсаһында һәр төрлө сәскәләр күҙҙең яуын алып тора.Ҡәйнәһе мәрхүмә менән дә кәңәшләшеп,бергә татыу йәшәнеләр.Ауыр һүҙ әйтешмәй ,һауыт һаба шалтырамайынса донъя булмай-тигәндәй,булғыланы инде,әҙ-мәҙ,шунда ла киленсәк иренә,әсәһе улына ошаҡлашманылар,Ғайса ҡайтыуға бернәмәлә булмағандай,сөкөрҙәшеп сәй эсерҙәр ине,бергә емеш еләк ,дарыу үләндәре йыйырға йөрөнөләр,әле лә киптереп моҡсайҙарға һалынғандары ,келәт эсендә элеүле торалар.Сирләп китһәләр тиҙ генә шул үләндәрҙе ҡулланалар.Әй үлән тигәндәй,ире бөгөн төнө буйына йүтәлләп сыҡты бит әле,тип келәттән йүкә сәскәһе ҡарап алды,унан сыҡҡайны ғына,ҡапыл ҡайҙандыр ҡара ҡуйы болоттар килеп сығып,шаптырҙар ямғыр яуа башланы.Ҡатындың балаһының киптерергә элгән йүргәктәре ,иҫенә төшөп ,инеп килгән еренән кире тышҡа сығып ,керҙәрен йыйнай башланы.Үҙе һаман" улым уянып сәңгелдәктән генә осоп төшмәһә ярар ине"тип ҡабаланды.Эшкә әүрәп байтаҡ йөрөп таштаған шул инһә,сабыйы геүелдәп әсәһенә тауыш биреп тә ята,кескәй аяҡтарын тыбырсып туҡтауһыҙ тибенә."Әү-әү бәпкәм уяндыңмы,асыҡтыңмы,хәҙер-хәҙер эммә бирәм мин уға, йүргәктәреңде типкесләп өйөп таштағанһың бит,үҙе сыр яланғас өшөгән,нисек осоп төшмәгән,ух шул әсәһен түтен сиптырыр кәрәк ибет улым"-тип иркәләп ,күтәреп алайым тигәнсе, сабыйының аяҡ осондағы йүргәктәр араһынан күҙенә бер ҡара әйбер салынып ҡалды,асып ҡараһа ,ҡурҡышынып сәрелдәп ҡысҡырып та ебәрҙе,ыңғайына улын ныҡ итеп күкрәгенә ҡыҫҡан килеш иҫе китеп тәгәрәп тә китте.Ап-аҡ биләүҙәр араһында ҡап-ҡара йомарланып Туҙбаш йылан ята ине.Ҡатындың ҡолаҡ ярғыс тауышына һиҫкәнеп,яйлап ҡына сәңгелдәк тирәләй оҙон булып шыуышты ла,бау буйлап түбәгә ҡарай күтәрелде,барып-барып өрлөк ситендәге бәләкәс кенә өңрәйеп торған тишек эсенә инеп китте.Лысма һыу булып ҡайтып ингән ире ,иҙәндә тас салҡан ятҡан ҡатынын ,әсәһенең түшен һәрмәп имеп ятҡан улын күреп аптырап китте."Сәлихә,Сәлихә тим,нишләнең,тор,әллә эскән инде"-тип,ҡатынының ике сикәһен ыуа башланы,үҙе тағы нишәтергә лә белмәй,һаман һөйләнеп,"Аһа нимә булған үҙе,йә тор ана балаң илай бит"-йүгереп сығып һыу алып инеп битенә бөрктө.Саҡ ҡатын иҫенә килгәндәй булды ла"Унда сәңгелдәктә"-тип ҡулы менән күрһәтеп ,тағы ҡысҡырып илай башланы."Йә инде баланы ҡурҡытаһың,нимә булды,йөрәкте алдығыҙ бит әй,нимә бар","Йылан,ҡара йылан сәңгелдәктә"-Сәлихә өҙөп саҡ әйтте.Ғайса сәңгелдәктең аҫтын -өҫкә килтерҙе" юҡ унда бернәмә лә,уйынсығы шулай күҙеңә күренгәндер,һиндә ҡыҙыҡһың унда нисек менеп ятһын ул,әйҙә ултырма асыҡтырҙы ла"-тип ,улын кейендереп ,күтәреп тышҡа сығып китте.Ҡатын сүгәләгән килеш,"Ғайса дөрөҫ әйтә,әллә күҙемә күренде микән,ҡабаланып йөрөп,ярай сабыйым иҫән-һау"-тип ирен ашатырға тип,аласыҡҡа сығып китте.Сәй эскән арала "Ҡарале Ғайса ҡәнәм мәрхүмә әйтә торғайны бит,өйҙөң эйәһе ,йылан бар,ул беҙҙең нигеҙ ташыбыҙҙы һаҡлай,үлтерергә ярамай,үлтерһәң ҙур ҡаза киләсәк"-тип,ире һаман"Әй ҡуй әле,ҡуй бушты әкиәт һөйләмә лә,ана уны балаларыңа һөйлә"-тип һикереп тороп кәртә яғына ҡарай китте.Шул ваҡиғанан һуң ,Сәлихә йоҡламаҫ булды, төндәр буйы һаташып уяна,юлында берәй ҡарағусҡыл әйбер күрһә лә ҡурҡты.Иренә әйтеп күрше ауылдағы бер әбейгә барып үҙенә ҡот ҡойҙорҙо.Ҡарсыҡ өс тапҡыр ҡойҙо өсөһөндә лә ,йылан башы төштө."Балам йыландан ҡурҡҡанһың бит"-тип ,ҡотон аҡ сепрәккә төрөп түшенә элдерҙе.Ҡатын әбейгә бынан бер нисә көн элек булған хәлде һөйләп бирҙе.Уныһы тыңлап бөтөп бер-аҙ өндәшмәй ултырғас ,телгә килеп,"Тимәк сабыйыңды нимәнәндер ҡурсалап ,өй эйәһе менеп ятҡан,улар үҙ кешеләренә зыянлыҡ килтермәйҙәр,тупһа алдына ла менеп ятырға мөмкин,ҡояшҡа ҡыҙынып,күрмәмеш булып үтегеҙҙә китегеҙ,бынан түбән,тик ҡыҙым үҙенә зыян килтермәгеҙ,аҙағы насарлыҡ менән бөтөр,иптәшеңә лә аңғартып ҡуй,"бисмиллаһын тағы бер мәртәбә уҡыны ла ,"Инде, тыныс йоҡларһың"-тип оҙатып ҡалды.Ысынлап та ,әбейҙән ҡайтҡас ,тынғыһыҙ йөрәге лә тынысланды,рәхәтләнеп йоҡланы ла.Улы ла хәҙер тик барға илап бармай,Һалған ерендә ,геүелдәп уйынсыҡтары менән уйнап ята,былайса янынан бер аҙға ла китә алмай ине.Ул хәл онотола бара ине.Йәйге көндәр эҫе ,ҡура ғына .Тышта баҡса эсендә лә эштәр күп.Сабыйын коляскаһына һалды ла ,үҙе түтәлдәрен утарға төшөп китте.Бер ваҡыт кәртә аҫтында икенсе класта уҡып йөрөгән Йәмиләһе ҡысҡырып илай,"Әсәй,ҡаҙ суҡый ,ана килә ята ,тиҙ бул",ҡатын тиҙ генә ҡулындағы тәпкеһен таштаныла,ҡыҙы илаған яҡҡа йүгерҙе,уныһы һаман,"Әсәй,әсәй тием"-ти.Сәлихә үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы,ата ҡаҙ менән баяғы ҡара йылан айҡаша ,ҡаҙ тегене суҡыйым тиһә,быныһы уның суҡышына кире ырғый.Тәки артҡа сигендереп ,ата ҡаҙҙы мөйөшкә һырындып та ҡуйҙы.Үҙе ипләп кенә шыуышып келәт аҫтына инеп юғалды."Ҡороғор ,ҡурҡма балам ул себештәрен һинән ҡыҙғанған"Әсәй ,ә,йылан"-тине Йәмиләһе,"Ул балам ,өйҙөң эйәһе,оләсәйеңдең йәне шуға күскәндә ,һине ата ҡаҙҙан ҡурсалап алып ҡалған",ҡыҙы һаман "Ату ул,оләсәй һымаҡ һөйләшергә лә мөмкинме,йәне унда булғас",әсәһе"Эйе,эйе,әйҙә тиҙ бул ҡустыңда уянған шикелле"-тип һүҙҙе икенсегә бора һалды.Ире ҡайтҡас күргәндәрен һөйләһә ,тәки был юлы ла ышанманы,"Яһап әкиәт һөйләмә миңә "-тине лә ҡуйҙы.Уныһы"Әй ышанмаһаң,ышанма"-тип ҡул һелтәне.Шуға ла ул йылан менән булған хәлдәрҙе берәүгә лә һөйләмәне,эсендә һаҡланы.Йәмле йәйҙәр үтеп,көҙҙәр яҡынлашты,ире ҡабат тимер атына атланып баҫыуға төштө.Ирғәле ләрелә яйлап имгәкләй башланы.Ҡыҙҙар береһе дүрткә,икенсеһе өсөнсөгә барҙы.Йорттоң бар эше Сәлихә елкәһендә.Малайы имгәкләй башлағас,ҡарап тормаһаң бар донъяны бөлдөрә .Ҡатындың бер ҡулын тотоусы хәҙер.Ул был иттениһә кис,етеп,мал ҡайта башлай.Бер көн шулай ире ,бергә эшләгән егете менән алмашып тороп,ике көн урманға йөрөп алды.Сәлихә ул көнө тауыҡтарына ем һибеп йөрөй ине,ире өйө янында дөңкөлдәп ҡулынаһаплы көрәген тотҡан килеш әллә нимәне туҡмай.Ҡатыны янына килеп еткәс"бына һинең әкиәттәге йыланың килеп сыҡты бит,балаларҙы ҡурҡытып ,тупһала ята ищеү"-тип,йыландың башына осло көрәге менән һуғып, албырғап ҡалған Сәлихә "Нишләйһең,Ғайса теймә!"-тип ,иренең ҡулындағы көрәген тартып алырға маташты,уныһы һаман "Үлде бит инде"-тине лә көрәгенә элеп, кәртә аҫтына алып барып таштаны.Ҡатындың күңелендә тағы тынғыһыҙлыҡ башланды.Һәр иртәнсәк Хоҙайҙан иренең,балаларының,һаулығын,ғүмерен һораны.Бәлә ҡазаларҙан һаҡлаһын тип мәсеткә барып хәйер һалды,әреуахтарына бағышлап доға ҡылдырҙы.Йөрәге шулайҙа ниндәйҙер ҡаза килерен һиҙгертеп сәнсеп-сәнсеп алғандай була.Ҡатын дарыуҙарын эсеп ,үҙен-үҙе тынысландырғандай итте.Ҡыш бергә йөрөшкән дуҫтары быларҙы ҡунаҡҡа саҡырҙылар.Малайҙарын ғына алдыларҙа ,ҡыҙҙарына "Һеҙ хәҙер ҙурһығыҙ,өйҙә ҡалып тороғоҙ,эйәреп барһағыҙ оят була уҡыусы балаларға "-тип ҡалдырып киттеләрОҙаҡ ҡунаҡ булып ултырҙылар,йырлаштылар,бейештеләр тигәндәй,көлөшә-көләшә өйҙәренә ҡарай атланылар.Сәлихә иренә"ипләп кенә ин ҡыҙҙар йоҡлағандарҙыр инде,"-тип,аш өйҙөң генә утын алды ла бышырлашып сисенә башланылар,ҡулдарындағы сабыйҙарын да ипләп кенә сәңгелдәгенә алып барып һалдылар.Ире саҡ төп яҡта иҙәндә ятҡан ҙур ҡыҙының кәүҙәһенә эләгеп тәгәрәп китмәне,Ҡатынына"Ҡыҙҙарҙы уят ,урындарына менеп ятһындар,иҙәндә йоҡлап ҡалғандар бит"-тине.Сәлихә өҫтөн һалып бөттө лә ,Илүзәһен уята башланы"Ҡыҙым тор,урыныңа менеп ят,"-тиһә лә уянмай",күтәреп кенә һалайымда ҡуяйым "-тип уйлап күтәргәйне ,уныһы ҡамыр шикелле таралып төштө,китте ҡысҡырыш,илаш,ауылдың фельдшерын саҡырттылар,уныһы шунда уҡ"Һуңлағанбыҙ"-тине.Шулай итеп шатлыҡлы балалар ауазы яңғырап торған ,ҡотло йорт эсенән ике сабый мәйете сыҡты.Әсәләре ҡунаҡҡа китер алдынан мейескә яғып киткән булалар,торһон теймәгеҙ,беҙ ҡайтҡансы бер нәмә лә ,булмай тиһәләр ҙә,ҡыҙҙар үҙҙәренекен эшләгәндәр,мейесте ҡыҙыулай тыҡҡандар,икәүһенә лә еҫ тейгән.Ир менән ҡатын өсөн донъя бөтөнләйгә туҡтап ҡалған кеүек тойолдо.Икеһе бер-береһенә сит кешеләр була башланылар,айырым ашап,айырым йоҡларға күнегеп киттеләр.Ҡатын күп илауҙан,алтмыш йәшлек әбейҙәр кеүек булып китте,элекке шәп ,сибәр Сәлихә түгел хәҙер,Ғайса ҡайғыһын баҫам тип,шешә менән дуҫлашты.Йыраҡтан уҡ балҡып торған йорт,бернисә сәғәт эсендә , ялҡыны бөткән майһыҙ шәмгә әйләнде.Өҙөлөп барған епте төйнәүсе,Ирғәлеләре генә,әле бер нәмә лә аңламай,шаяра,көлә,түкмәс атып йөрөй.Туғандары килеп төрлөсә кәңәштәрҙә биреп ҡаранылар,кемеһе шарап эсергә өндәне ҡатынды,"Ҡайғың онотола яйлап,эсһәң,күрмәйһеңме эстән янып әбейгә әйләнеп бараһың,былай бит күңел асып,стресың юҡҡа сығасаҡ,бына мине ҡара "-тип бәғзе берәүҙәр,үҙҙәренсә бик матур аҡыл өйрәттеләр.Ҡатын үҙен көсләп бер көн әсе һыуҙы ауыҙына алып ҡараны,ысынлапта ҡалай рәхәт ,бөтә ер шары әйләнгәндәй,бер нимәлә кәрәкмәй икән һиңә ул ваҡытта,яңы теле асылып килгән,аяҡ араһында буталып йөрөгән малайы ла ҡамасауламай.Тик иртәгеһенә башына ел тултырғандармы,көс еткеһеҙ ауыр,тәне туҡмалған кеше кеүек,ауыҙынан ниндәйҙер һаҫыған балыҡ тәме килгән кеүек.Янында ятҡан улын һәрмәп ҡараны йоҡлай,бите ҡап-ҡара бысраҡ,тышҡа сыҡты иртә икән,кис һауылмаған һыйырҙары ,хужабикәләрен күргәстә мөңрәшә башланылар.Күнәктәрен алам тигәнсе нимәгәлер эләгеп тәгәрәп китте.Юлында бәләкәй генә таш ятҡан икән,ентекләп ҡарағайны ,йыландың үлгән кәүҙәһе лә ята."Нисек килеп ятҡан һуң бында,әллә ҡош суҡып төшөрөп ҡалдырғанмы"-тип уйланды,тик көрәк менән сабылған башы ғына юҡ ине.Ҡулындағы күнәктәрен ергә ҡуйҙы ла Сәлихә өй эйәһенең кәүҙәһен ,аҙбар артына кеше аяғы баҫмаған ергә ,ҡәҙерләп күмеп ҡуйҙы.Ике ҡулы менән маңлайындағы бәреп сыҡҡан тирен һөртөп,эстән белгән доғаларын уҡып,битен һыпырҙы.Дөбөрҙәтеп һыйырҙарын һауып,көтөүгә ҡыуҙы.Ире менән улы тороуға бар эштәрен бөтөрөп ,өҫтәлгә боһратып самауырын килтереп ултырытты.Өй эсе ҡабат йылынып,нурға сумды.Малайҙары бесәйен күреп шарҡылдап көлә-көлә шаяра ла башланы.Ире лә ҡырынған таҙа кейемдәрен кейеп алғас ,ҡалай күркәмләнеп,йәшәреп киткәндәй .Ҡатын эстән генә хоҙайға рәхмәттәрен уҡып,үҙенең өй эсенә йән,тән тыныслығы һораны.Яйлап ҡайғыларын эш менән баҫырға көс табып,яңыса тыуып ,ҡабаттан гөл сәскәләй тормош башланылар.
Зифа Ишмырҙина.
фото интернеттан
Читайте нас: