Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Июль 2020, 10:15

Яңы спорт майҙансығы сафҡа индерелде

Учалы районының Баривиха биҫтәһендә "Демография" милли проекты сиктәрендә йәш учалылар өсөн яңы спорт майҙансығы асылды.

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан
"Урындағы башланғыстарҙы хуплау" программаһы ярҙамында Барвихала өр-яңы спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Был көнүҙәк тема ине, сөнки Учалы ауылының был биҫтәһендә йәш ғаиләләр күп йәшәй. Балаларға хәҙер рәхәтләнеп уйнарға ла, споорт менән шөғөлләнергә лә бар мөмкинлектәр булдырылды.
Учалы район хакимиәте хәбәр итеүенсә, тәүге универсаль спорт майҙансығы Учалы ауылында "Реаль эштәр" проекты сиктәрендә уҙған йылда Башҡорт гимназияһы эргәһендә төҙөлгән булған.
Фото: район хакимиәтенән.
Читайте нас: