Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ.2010 йылдан башлап билдәләнгән был яҡты байрамдың символы – аҡ сәскә. Ромашканың аҡ таждары элек-электән мөхәббәт һәм татыу ғаилә билдәһе булған. Һөйөп-һөйөлөп йәшәгән, ололарҙы хөрмәт иткән, тәүфиҡлы балалары булған кешеләр генә тулыһынса бәхетле булалыр.Һәр берегеҙҙең ғаиләһенә татыулыҡ, тоғролоҡ, мөхәббәт теләйбеҙ, һәр эшегеҙ уңышлы, киләсәк көндәрегеҙ яҡты булһын.Барығыҙға ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек, күңел тыныслығы, ғаилә бәхете теләйбеҙ.