Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 15:35

Европа сиктәре ҡасан асыла?

Ил башлығы В.В.Путин рәсәйлеләр өсөн сит илдәр сиге ҡасан асылыры әлегә билдәһеҙ, тип белдерҙе.

Ил башлығы В.В.Путин рәсәйлеләр өсөн сит илдәр сиге ҡасан асылыры әлегә билдәһеҙ, тип белдерҙе.
“Сиктәрҙе асыу тураһында әлегә һөйләшеү булманы, сөнки Европа илдәре һаман да был буталсыҡ хәлдән сығыу юлдарын эҙләү, хәл итеү өҫтөндә эшләй. Рәсәй өсөн ҡайһы бер илдәр сиктәрен асып, ғәҙәти режимда эшләй башланы. Европаға ла 2020 йылдың декабренә тиклем юл асылыр,”-тине ил башлығы.
“Аэрофлот” башлығы Виталий Савельев билдәләүенсә, Рәсәй самолеттарында пассажирҙарҙы шахмат тәртибендә ултыртыу туҡтатыла, сөнки 3-5 минут һайын салондағы һауа махсус фильтрҙар аша таҙартылып тора. Унда ниндәйҙер инфекция йоҡтороу ҡурҡынысы бөтөнләй юҡ. Осоусыларға битлек һәм бирсәткәләр таратыла башлаясаҡ. Әйткәндәй, коронавирус киҙеүе башланғандан бирле, борт экипажындағы хеҙмәткәрҙәр бер тапҡыр ҙа ауырымаған.
#ВВПУТИН
Автор:Әлфирә Үҙәнбаева.
Читайте нас в