Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 15:25

Өфө троллейбус заводы етештереүсәнлекте ике тапҡырға арттырырға ниәтләй

Өфө трамвай-троллейбус заводында йылына 200 троллейбус эшләп сығарырға ниәтләйҙәр. Әлеге ваҡытта предприятиела цехтарҙы яңырталар.

Өфө трамвай-троллейбус заводында йылына 200 троллейбус эшләп сығарырға ниәтләйҙәр. Әлеге ваҡытта предприятиела цехтарҙы яңырталар.
Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров икенсе депо майҙансығында булды.
Тиҙҙән предприятие троллейбус, электробус һәм трамвайҙы сериялы етештерә башларға йыйына.
Әлеге ваҡытта завод конструкторҙары электр транспорты өсөн кузов моделдәрен әҙерләгән. Яңы быуындың беренсе троллейбустарын көҙ көнө үк күрһәтәләр. Улар заманса техника, «ГЛОНАСС» системаһы, wi-fi модулдәре менән йыһазландырыла. Хәрәкәттә улар хатта автобустарҙы ла уҙып китергә тейеш.
Хәҙер Өфө троллейбус заводының етештереү ҡеүәте йылына 100 троллейбус тәшкил итә. Предприятиеның продукцияһы Әлмәт, Иваново, Чебоксар, Новокузнецк һәм Дондағы Ростов ҡалаларына оҙатыла.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
https://www.bashinform.ru/news/1470526-ufimskiy-trolleybusnyy-zavod-planiruet-v-dva-raza-uvelichit-proizvoditelnost/
Читайте нас: