Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 13:20

Газлы буласаҡтар

Учалы районы ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу дауам итә.

Учалы районы ауылдарын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу дауам итә. Һуңғы йылдарҙа был тәңгәлдә байтаҡ эштәр башҡарылды. Иң мөһиме – төбәгебеҙҙең төньяҡ зонаһында йәшәүселәр, ниһайәт, әкренләп газлы була башланылар. Учалы ауылын газ менән тәьмин итеү ҙә әүҙем бара. Был эш "Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше" федераль маҡсатлы программаһына ярашлы башҡарыла. Проект алты этаптан тора. Дүртенсе этап барышында Учалы ауылының иң ҙур Үҙәк өлөшө, шулай уҡ Көнсығыш һәм Көньяҡ-Көнсығыш биҫтәләре газға тоташтырыласаҡ.
Өфөнөң «Стройтранснефтегаз» комапанияһы яңы һыу үткәргес төҙөлөшөн алып бара. Проектҡа ярашлы һыу торбалары һигеҙ километрға һуҙыласаҡ, ике 200 кублыҡ һыу резервуарҙары ҡуйылған.
Фото Учалы район хакимиәте сайтынан
национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Читайте нас: