Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 14:05

Күп балалы ғаилә өйһөҙ ҡалған

5 июль Кирәбе ауылында янғын сыға, күп балалы ғаилә йәшәгән йорт яна.

5 июль Кирәбе ауылында янғын сыға, күп балалы ғаилә йәшәгән йорт яна. Киске 23.22 сәғәттә Учалы районының 24-се янғын һүндереү часына Кирәбе ауылының Үҙәк урамында шәхси йортта ут сығыуы тураһында хәбәр килә, ваҡиға урынына шундуҡ Кирәбе ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы, бер аҙҙан 24-се янғын һүндереү часы ҡарауылы килеп етә. Янғын һүндереүселәр килгәндә ут өйҙө, йорт ҡаралтыларын ялмап алған була. Ут һөҙөмтәһендә 9х10 үлсәмдәге өй, 5х9 ҙурлыҡта йәйге ағас өй, таш һарайҙың түбәһе янып юҡҡа сыға. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
фото https://vk.com/id579366694
Читайте нас: