Өфөлә коммуналь хеҙмәткәрҙәр ҡаршылыҡ белдереп эшкә сыҡмаған6 июлдә тәртиптә тотоу һәм төҙөкләндереү хеҙмәте эшселәре эшкә сыҡмаған һәм прокуратураға үҙҙәренең хеҙмәт хоҡуҡтары боҙолоуы тураһында ялыу яҙған. Был хаҡта «Коммерсантъ-Өфө» хәбәр итте.Эшселәрҙең береһе Фансат Ғәлин баҫмаға һөйләүенсә, уларҙың йыл башынан эш хаҡы кәмегән, ә июндә ябай эшселәрҙең хеҙмәт хаҡы МРОТ-тан да аҙыраҡ булған (Башҡортостанда МРОТ күләме - яҡынса 13,9 мең һум).Ғәлин һүҙҙәренсә, 60-лаған эшсе йыйыу машиналарында рейдҡа сыҡмаған.