Ҡала-районыбыҙ уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшыра. 6 июль 180 уҡыусы рус теленән һынау тотто, 7 июль икенсе ағымда 159 бала рус теленән имтихан тапшырҙы. Ҡыҙ-малайҙар дәүләт имтиханын ҡаланың 1-се Башҡорт лицейында һәм 3-сө лицейында тапшыралар. Белем усаҡтарында коронавирусҡа ҡаршы барлыҡ санитар талаптар ҙа үтәлә. Тәүге һынау имен-аман, штат режимында үтте, тәртип боҙоуҙар булманы. Бер ниндәй ҙә иҫкәрмәләр, имтихандан сығарып ебәреүҙәр теркәлмәне.