Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 21:03

Шәғәлиндар - һәр яҡтан өлгөлө ғаилә.

Яҡташтарыбыҙға миҙал тапшырылды бөгөн.

Бөгөн, Бөтә Рәсәй ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө, Танычау ауылынан Гөлбаныу һәм Әмир Шәғәлиндарҙың ғаиләһенә федераль награда – “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. 35 йыл бергә татыу йәшәйҙәр улар. Ахун ауыл Советы хакимиәте башлығы Әмир Харисов билдәләне – балалары ла беренән-бере тырыш, эшһөйәр һәм ипле кешеләр. 17-нән 35 йәшкә тиклем арауыҡта улар хәҙер – Динар, Данил, Алмир, Рөстәм, Алия, Лилиә, Зәлиә, Юлиә - һәр береһе тормошта үҙ урынын тапҡан.
Был ғаилә тураһында гәзиттә тулыраҡ итеп яҙасаҡбыҙ. Ә әлегә ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, күҙ генә теймәһен, ысынлап та - һоҡланырлыҡ ғаилә!
Читайте нас: