Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 10:45

Ташламалы кредит аласаҡтар

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” мили проектында ҡатнашыусы агросәнәғәт берәмектәренә льготалы кредит алыу еңелләште.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” мили проектында ҡатнашыусы агросәнәғәт берәмектәренә льготалы кредит алыу еңелләште.
Атап әйткәндә, мили проектта ҡатнашыусы ауыл хужалығы предприятиелары ташламалы инвестиция кредиты аласаҡ. Был туралағы ҡарарға РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған. Хәҙер потенциаль кредит алыусыларҙың реестрын булдырғанда унда мили проектта ҡатнашыусылар өҫтөнлөклө тәртиптә индереләсәк.
Кредит биреүгә бәйле банктарҙың килеме дәүләттән бирелгән субсидия иҫәбенә компенсацияланасаҡ. Кредит биреү мили проектҡа яңы компанияларҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирер, тип күҙаллана. Шулай уҡ агросәнәғәт өлкәһендә етештереү темпын күтәрәсәк һәм һөҙөмтәлелеген арттырасаҡ.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” мили проекты урта һәм эре предприятиеларҙағы төп сеймал булмаған тармаҡта етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгән. 2024 йылға был күрһәткес үткән йылдарға ҡарағанда биш проценттан кәм булмаҫҡа тейеш, тип планлаштырыла. Тимәк, агросәнәғәт өлкәһенә ҡараған предприятиеларға “Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу” милли проектында ҡатнашыу отошло буласаҡ.
"Башинформ"
Читайте нас: