Яйыҡ
-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Июль 2020, 16:15

“Һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы – бергәләп!”

Республикала эҫе һауа торошо урынлашыу менән һыуға батып үлеүселәр һаны күбәйҙе. Ағымдағы аҙнаның төрлө көндәрендә, хатта, алты кеше ошо рәүешле һәләк булды.

“Һыуҙағы фажиғәләргә ҡаршы – бергәләп!”
Республикала эҫе һауа торошо урынлашыу менән һыуға батып үлеүселәр һаны күбәйҙе. Ағымдағы аҙнаның төрлө көндәрендә, хатта, алты кеше ошо рәүешле һәләк булды. Ике көн эсендә Бөрө, Салауат ҡалаларында һәм Ауырғазы районында 14-17 йәшлек өс баланың һыуға батып вафат булыуҙары айырыуса аяныслы.
Оператив күрһәткестәргә ярашлы, йыл башынан республиканың һыу объекттарында 73 бәхетһеҙлек осрағы теркәлгән. Статистика мәғлүмәттәре күрһәтеүенсә, һыу инеүселәр айырыуса көндөң икенсе яртыһында һәләкәткә осрай – көндөҙгө икенән киске туғыҙға тиклем.
Граждандарҙың һыуға батыу сәбәптәре лә билдәле, улар өсәү: һыу ингәндә иҫерек булыуҙары, рәхсәт ителмәгән урында һыу инеүҙәре һәм ололарҙың балаларҙы һыу буйҙарында ҡарауһыҙ ҡалдырыуҙары.
Шуға күрә тағы бер тапҡыр иҫегеҙгә төшөрәһем килә – таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәгеҙ. Унда көслө һыу аҫты ағымы, өйрөлмәк (водоворот), лапы (коряга), тәрән урындар булыуы мөмкин.
Алкоголле эсемлек эскәнһегеҙ икән, бөтөнләй йылға-күлдәргә бармағыҙ, бик тә булмаһа яңғыҙы ғына һыу инмәгеҙ. Батырайып ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ. Һыу ятҡылығын арҡырыһынан буйына йөҙөп маташмағыҙ, үҙ мөмкинлектәрегеҙҙе дөрөҫ баһалағыҙ.
Балағыҙ ни тиклем генә яҡшы йөҙә белмәһен, уларҙы дуҫтары менән яңғыҙын һыу төшөргә ебәрмәгеҙ. Ял итергә бергә барған булһағыҙ, сабыйығыҙҙан бер мәлгә лә күҙ яҙлыҡтырмағыҙ. Һыу инеү өсөн йыһазландырылған махсус ҡомлоҡтарҙы ғына һайлағыҙ.
Һыу буйында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен күҙәтеү был талаптарҙы инҡар итеп яҡындарын, балаҡайҙарын юғалтҡан ата-әсәләрҙең, туғандарҙың күҙ йәштәре менән һуғарылған. Шуның өсөн, үкенергә тура килмәһен, ҡағиҙәләрҙе теүәл күҙәтегеҙ! Башҡаларҙан да шуны талап итегеҙ, һыу инеү тәртибен боҙоусы эргә-тирәләгеләрҙе тәнҡитләгеҙ. Фажиғәләргә юл ҡуймағыҙ! Беҙ бер бөтөн булып эш иткәндә генә үҙебеҙҙе, яҡындарыбыҙҙы, ә иң мөһиме балаларыбыҙҙы һыуға батыуҙан ҡурсалай аласаҡбыҙ.
Фәрит ҒҮМӘРОВ,
БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
Фото: rus.tvnet.lv
Читайте нас: