Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 15:40

15 йылға рәшәткә артына

Бер йәшлек сабыйын үлтереп, ихатаһында күмгән ҡатын 15 йылға хөкөм ителде. Ошо хаҡта республиканың бөгөн, 9 июль Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бер йәшлек сабыйын үлтереп, ихатаһында күмгән ҡатын 15 йылға хөкөм ителде. Ошо хаҡта республиканың бөгөн, 9 июль Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Был хәл былтыр август айында була. Дүртөйлө районында йәшәгән 29 йәшлек ҡатын балаһының юғалыуы тураһында хәбәр итә. Малайҙы хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, ирекмәндәр, ҡотҡарыусылар эҙләй. 31 август ҡот осҡос яңылыҡ барыһын да тетрәндерә, баланың кәүҙәһе әсәнең йорто ихатаһында, тиреҫ аҫтынды табыла. Ҡатын был хәлде былай аңлатҡан: йәнәһе малай илаған, уны тынысландырып булмаған, илауҙан туҡтамағас быуа башлаған. . малай илап уянғас, уны тынысландырырға тырышҡан, ул илауҙан туҡтамағас, быуа башлаған. Аңына килгәндә һуң була, кәүҙәһен ихатаға сығарып күмә.
Республика прокуратураһы бала ғүмерен ҡыйған вәхши әсәне 18 йылға холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатыуҙы, унан тағы ла ике йылға иркен сикләүҙе һорағайны. Бөгөн суд ҡатынды 15 йылға иркенән мәхрүм итте, язаһын дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында аласаҡ. Шулай уҡ баланың атаһына әхлаҡи зыян килтергәне өсөн 1 миллион һум компенсация түләргә тейеш.
Читайте нас: