#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Республикала йәй көнө пневмококк инфекцияһынан өҫтәмә рәүештә 20 мең вакцина һатып аласаҡтар. Ә дөйөм алғанда, 50 меңдән ашыу вакцинаға 96,6 миллион һум аҡса йүнәлтеләсәк.
20 мең өҫтәмә вакцина коронавирус пандемияһы шарттарында 65 йәштән өлкәндәрҙе һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы иммунизациялау өсөн тәғәйенләнә. Быға тиклем раҫланған планға ярашлы, быйыл әлеге инфекциянан 30 мең самаһы кешене вакцинациялау ҡаралғайны.
“Вакцинациялау тын юлдары сирҙәре аҙыуына, уларға бәйле үлем осраҡтары артыуына юл ҡуймау, был тәңгәлдәге үлем күрһәткесен Рәсәйҙәге уртаса кимәлгәсә кәметеү маҡстаныда үткәрелә. 2022 йылға беҙ иҫәп тотҡан күрһәткес – 100 мең кешегә 41,3. Хеҙмәткә яраҡлылыҡ йәшенән үткән, социаль тәьминәт учреждениелары ҡарамағында булған граждандар пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинаны “Демография” милли проектына ярашлы ала”, – тип белдерҙеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә халыҡтың сәләмәтлеген хәстәрләү, медицина ярҙамын сифатлыраҡ һәм һәр кем өсөн уңайлы итеү, халыҡтың уртаса ғүмер оҙайлығын арттырыу кеүек бурыстар тормошҡа ашырыла.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.