Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 15:25

Алты баланы тәрбиәгә алғандар

Өфөлә бер ғаилә балалар йортонан алты баланы тәрбиәгә алған

Өфөлә бер ғаилә балалар йортонан алты баланы тәрбиәгә алғанЕлена һәм Денис Куликовтарҙың үҙҙәренең балалары бар. Өлкән улдары үҫеп етеп, ғаилә ҡорған, уртансы ҡыҙҙарына - 20, төпсөктәре Аняға 6 йәш. Былтыр Куликовтар бер туған Саша менән Тимурҙы тәрбиәгә алырға хәл иткән. Ә бер йылдан улар ата-әсәһеҙ ҡалған башҡа сабыйҙарға ла ярҙам итеү теләге булыуын аңлаған. Шул рәүешле ғаиләлә бер-береһенә туған Дарина, Булат, Азамат һәм Азалия йәшәй башлаған.Өлкән ҡыҙҙары Кристина ата-әсәһен хуплаған һәм хәҙер балаларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам күрһәтә. Айырыуса ул кескәй Азалия менән дуҫлашҡан, ҡыҙсыҡ беренсе тыуған көнөн ғаиләлә билдәләгән.Әле бөтә балалар бер бүлмәлә йәшәй, бында уларҙың дүрт яруслы карауаты бар, киләсәктә Куликовтар ҙур ихаталы, малайҙарҙың һәм ҡыҙҙарҙың айырым бүлмәләре булған йорт һалырға ниәтләй.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: