Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 15:55

Ҡарағаттан джем

Бер 10 йыллап элек ҡулыма "Ҡарағаттан джем"тигән рецепт килеп эләкте.Был файҙалы емеште тәү тапҡыр ҡулланып ҡараным.Эй,тәме!Әселегенең "Ә "хәрефе лә юҡ.Бер саҡ 3 йылдан ашыу ултырҙы асылмаған банкала.Шул килеш кенә.Боҙолманы.

Бала саҡтың ҡара ҡарағат ҡайнатмаһы(вареньеһы)...Әсене бик үк ашай алмағанлыҡтан,төрлө тәмдәге был ҡайнатманы ҡабып(кем,күпме күҙәмәләп һала бит инде өлөштәрен), күҙемде ситырайтып ултыра инем күп ваҡыт.Бер 10 йыллап элек ҡулыма "Ҡарағаттан джем"тигән рецепт килеп эләкте.Был файҙалы емеште тәү тапҡыр ҡулланып ҡараным.Эй,тәме!Әселегенең "Ә "хәрефе лә юҡ.Бер саҡ 3 йылдан ашыу ултырҙы асылмаған банкала.Шул килеш кенә.Боҙолманы...Нисә йылдар ҡарағат өҙөргә тура килмәне.Ә быйыл бик әҙ генә булһа ла,күптәй күреп йыйҙым ярты туҫтаҡ емеште.Бәй,онотолған икән дә рецебы ла.Иҫләй торғас,тәки таптым бит мейе кәштәләренән.Ҡайнаттым!Шул уҡ!Бушҡа ғына төҙөлмәй икән рецепт кеүек миҡдарлы өлөштәр....8 һауыт(емешеңә ҡарап инде,кәсә,бокал йә банка)ҡарағатҡа 3 һауыт һыу һәм 11 һауыт шәкәр ҡомо ҡушып, ҡайнап сыҡҡанын көтөп,болғатып ҡына,ҡарауыллап тороп(абайламай ҡалып,ташырып,плитә таҙаланым үҙем,шуға әйтәм),20 минут ҡайнатып,һүндергәс,тиҙ генә тағы ла 8 һауыт шәкәр ҡомо өҫтәп,ирегәнсе болғатып тораһың.Һауыттарға һыуына биреп,ҡуйырғас,бүләһең.Әҙ генә емештән дә арыуыҡ,тәмләп йоторлоҡ ҡайнатма сыға!Ҡарағаттыҡы,тип тә әйтмәҫһең,бер әселеге юҡ.
Вазифа Акназарова
Читайте нас: