Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 12:00

Ҡайһылай гүзәл беҙҙең тыуған яҡтар

Уй йылғаһы буйы

Балбыҡ янында төшөрөп алдыҡ был фотографияны. Бар урында ла һыуы былай үтә күренмәле түгел, ләкин бар урында ла матур!
Ошо кисеүҙе ялан аяҡ үтеү бик тә күңелгә хуш килде, бала саҡҡа әйләнеп ҡайтҡандай булынды. Ошо гүзәллектең ҡәҙерен беләйек! Һәм тәбиғи, уяу булыр кәрәк: йәйге селлә мәлендә һыуға батып үлеүселәр һаны арта бара, Хоҙай һаҡлаһын.
Йылға тураһында Википедиянан белешмә:
Уй (рус. Уй, ҡаҙ. Ой) — Башҡортостанда, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә йылға, Тубыл йылғаһының уң яҡ ҡушылдығы. Төньяҡ Боҙло океандың бассейнына ҡарай. Оҙонлоғо 462 км, бассейнының майҙаны — 34,4 км².
Учалы районында Алабейә hыртының итәгендә башлана; көнсығышҡа Башҡортостан, Силәбе һәм Ҡорған өлкәһе аша, түбән ағышында Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһенең сиге буйлап аға. Ҡорған өлкәһендәге Усть-Уй ҡасабаhы янында Тубылға ҡоя.
Үрге ағышында таулы, үҙәне тар, һыу ағымы тиҙ. Силәбе өлкәһенә сыҡҡас үҙәне киңәйә, ағымы һүлпәнәйә. Түбән ағышында яй, үтә киң. Силәбе өлкәһендәге Троицк ҡалаһында Уйҙа өлкән быуа ҡоролған.
Иң ҙур ҡушылдыҡтары:
уң яҡтан: Ҡыйҙыш, Ҡорасан, Туғыҙаҡ;
һул яҡтан: Санар, Эүәл.
Учалы районында Уйҙа Шәрип, Ҡужай, Балбуҡ, Комсомольск, Туңғатар, Ҡарт Муйнаҡ ауылдары урынлашҡан; Силәбе өлкәһендә — Уйск ауылы һәм Троицк ҡалаһы.
Йылғаның исеме — башҡорт теленән, «уйhыулыҡ, үҙән» мәғәнәһендә.
Әллә ҡайҙа сит тарафтарҙа ҡоронавирус йоҡтороп йөрөгәнсе, Башҡортостаныбыҙҙа ла рәхәтләнеп ял итерлек. Күрмәнәдең күрге килә, күргәндең ҡоҫҡо килә булмаһын инде!
Читайте нас: