Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 16:20

Баллы бауырһаҡ

Бауырһаҡ әҙерләү500г. онға 5 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 50мл.һөт, 1 аш ҡалағы һары май, самалап тоҙ, 1 сәй ҡалағы тирәләй.

Бауырһаҡ әҙерләү500г. онға 5 йомортҡа, 1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 50мл.һөт, 1 аш ҡалағы һары май, самалап тоҙ, 1 сәй ҡалағы тирәләй.Ошоларҙың бөтәһен дә ҡушып йомшаҡ ҡамыр баҫабыҙ. Әҙерәк кенә ҡабартырға ҡуйып торабыҙ. Ҡабарғас инде, ҡамырҙы йәйәбеҙ ҙә киҫәктәргә бүлеп сығабыҙ, 1.5-3 см тирәһе оҙонлоғонда.Ҡаҙанда ҡыҙыу ғына көнбағыш майында бауырһаҡтарҙы туҡтауһыҙ болғай-болғай тиҙ генә бешереп алып торабыҙ, һарҡытып табаҡҡа һалып. Әҙер булған бауырһаҡтың өҫтөнә бал ҡойоп болғатабыҙ йә булмаһа ҡарылай сәйҙә эретелгән шәкәр ҙә бара, шәкәр пудраһын һипһәң дә тәмле һәм өҫтәлгә ҡуйғанда матур була.Баллы бауырһаҡлы сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, табындарығыҙ йәмле булһын!
Файҙалы кәңәштәр төркөмөнән
Читайте нас: