Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 18:15

«БИШЕК» тип аталған өр-яңы проект старт ала

Ғаилә көнөндә «БИШЕК» тип аталған өр-яңы проект старт ала. «Тамыр» телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә башҡара яңы проектты.

Ғаилә көнөндә «БИШЕК» тип аталған өр-яңы проект старт ала. «Тамыр» телеканалы «Әсә йөрәге» әсәләр советы төбәк ойошмаһы менән берлектә башҡара яңы проектты. Бишек йырҙары аша ғаилә ҡиммәттәренә иғтибар йәлеп итеү, быуындар бәйләнешен нығытыу, туған телебеҙҙе үҫтереү, йәмәғәтселек иғтибарын инклюзия мәсьәләләренә йәлеп итеү һәм башҡа изге бурыстар ҡуя проектты башҡарыусылар.
Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған бишек йырҙарын юғалтмайынса, киләсәк быуындарға еткереүгә йүнәлтелгән матур эш Ғаилә көнөндә башлана.
Бишек йырҙарын башҡарыусыларға һәм бишек эшләү оҫталарына Конкурс иғлан итә! Конкурс өс номинацияла үтә:
1. Бала башҡарған бишек йыры
2. Бала һәм өлкән кеше башҡарған бишек йыры
3. Бишек эшләү оҫтаһы
Ҡатнашыу шарттары ябай:
Ғариза менән беренсе, икенсе номинацияла ҡатнашҡандар тере тауышта башҡарылған йырҙың видеоһын, ә өсөнсө номинацияла ҡатнашҡандар оҫтаның үҙ бишеге менән төшкән фотоһы һәм айырым бишек фотоларын ебәрергә. Эштәрҙе Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре, халыҡ араһында абруй ҡаҙанған фольклор һәм тел белгестәре, күркәм ғаилә башлыҡтары баһалай.
Һәр ҡатнашыусыға танытма һәм проекттың сувениры тапшырыла.
Һайлап алыу турын үткән һәр бәйгесе хаҡында фильм төшөрөлә.
Еңеүселәр Өфөлә ноябрь айында Әсә көнөндә «Бишек» исемле ҙур ғаилә байрамында Гала-концертта сығыш яһай. Оҫталар бишек күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Һайлап алыу турын үткән бәйгеселәр башҡарған бишек йырҙарынан аудио альбом сығарыла.
Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырыла.
Проект Башҡортостандың дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы грантына Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә ярҙам фонды ҡатнашлығында башҡарыла.
Тулы мәғлүмәт «Бәйләнештә» селтәрендәге «Бишек» төркөмөндә
Ғаризалар 7 августҡа тиклем генә ҡабул ителә.
ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ
https://vk.com/kurultaibashkir
Читайте нас: