25 миллион һум урлаған экс-кассир Луиза Хәйруллинаға 10 йылға тиклем төрмә янайКассанан аҡсаны 2017 йылдың сентябренән 2019 йылдың майына тиклем урлауҙары билдәле булды. Луизаның ире бөтә аҡсаны ставкала отторған.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған йылдың яҙында Салауат ҡалаһында Луиза Хәйруллина үҙе кассир булып эшләгән банк бүлексәһенән 1 миллион һумдан ашыу аҡса урлаған (ләкин бөтәһе 25 миллион һум етмәүе асыҡланған), һуңынан ире һәм ике ҡыҙы менән ғәйеп булған. Полицейскийҙар ғаиләне Ҡазанда ҡуртымға алынған фатирҙа тапҡан."Аҡсаны үҙләштереү йәки туҙҙырыу" статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Луизаның ирен дә (полиция уны енәйәтте ойоштороусы тип иҫәпләй) Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 33-сө статьяһының 3-сө өлөшө буйынса ғәйепләйҙәр.