Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 15:45

Халыҡ өсөн хеҙмәт итәләр

Ураҙ ауылының почта бүлексәһендә лә һөнәрҙәренә тоғро, егәрле, намыҫлы почтальондар хеҙмәт итә. Бына инде 30 йылға яҡын бүлексәне ғәҙел һәм талапсан ханым - Гөлназ Хаджиева етәкләй. Уның белдереүенсә, бүлексәлә хәлдәр яҡшы. Матбуғатҡа яҙылыу планы 117 процентҡа үтәлгән. Барлыҡ баҫмаларға хаҡ күтәрелгән мәлдә, өҫтәүенә коронавирус ваҡытында уҡыусыларҙы юғалтмау еңелдән булмағандыр.

Элек почтальондар халыҡҡа иң кәрәкле, иң яҡын һәм көтөп алынған кеше һаналған. Һуғыш осоронда уларҙың күренеүе берсә күңелдәрҙә өмөт уятһа, берсә йөрәктәрҙе шомға һалған. Нисек кенә булмаһын, уларҙы һәр йортта көтөп торғандар. Ә бит почтальон ғына алыҫ араларҙы яҡынайта алған. Хәҙер заман башҡа, нисек теләйһең шулай аралаша, һөйләшә, хәбәрләшә алаһың. Шулай ҙа почта хеҙмәтенең бәҫе китмәй. Ураҙ ауылының почта бүлексәһендә лә һөнәрҙәренә тоғро, егәрле, намыҫлы почтальондар хеҙмәт итә. Бына инде 30 йылға яҡын бүлексәне ғәҙел һәм талапсан ханым - Гөлназ Хаджиева етәкләй. Уның белдереүенсә, бүлексәлә хәлдәр яҡшы. Матбуғатҡа яҙылыу планы 117 процентҡа үтәлгән. Барлыҡ баҫмаларға хаҡ күтәрелгән мәлдә, өҫтәүенә коронавирус ваҡытында уҡыусыларҙы юғалтмау еңелдән булмағандыр. -Беҙҙең ауылдарҙа уҡырға яратҡан кешеләр йәшәй. Күпселеге гәзит-журналдарға өҫтөнлөк бирә. Алдырам тигән кеше хаҡына ҡарап тормай. Теләмәүселәр генә мең төрлө сәбәп таба. Күп йылдар рәттән үҙәк, республика баҫмаларынан айырылмаған йорттар бар. "Киске Өфө", "Йәшлек", "Яйыҡ", "Йәншишмә" гәзиттәренә, "Шоңҡар", "Аманат", "Башҡортостан ҡыҙы" журналдарына яҙылыусылар күп. Рус баҫмаларын да ситләтмәйҙәр. Шулай ҙа башҡорт милләтле халыҡ йәшәгәс, башҡорт телендәгеләренә өҫтөнлөк бирелә. Миҫал өсөн сағыштырып әйтәйек, "Учалинская газета"ны 25 экземплярҙа алдырабыҙ, ә "Яйыҡ"ты - 93. Гәзит-журналдарыҙы күпселек оло быуын яратып уҡый, урта йәштәгеләр ҙә яҙылмай ҡалмай, - тип һөйләне Гөлназ Нил ҡыҙы. Почта хеҙмәтенең уңышлы эше, күп өлөштә, почтальондарҙан ҡала. Баҫмаларҙы ваҡытында таратып, кешеләргә яҡты йөҙ, мөләйем сырай күрһәткәндә халыҡ та тартылып торасаҡ. Ә ваҡытында килеп етмәгән, "кисәге" яңылыҡ өсөн кемдең аҡса сарыф иткеһе килһен? Был йәһәттән Ураҙ почта бүлексәһенә зарланырлыҡ түгел. Бүлексә 4 ауылды хеҙмәтләндерә. Ҡотой, Ҡолош ауылдарын - Зәкиә Сөләймәнова, Ишмәкәйҙе - Ләйсән Фәйзуллина, Ураҙ ауылын - Дилә Вәлиева. Дилә Талха ҡыҙы почта хеҙмәтендә 10 йылға яҡын эшләй һәм ошо арауыҡта ураҙҙарҙың ышанысын яуларға өлгөргән. Сөнки гәзит-журналдарҙы һуңлатмай, көнөндә таратырға тырыша, матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы мәлендә лә өй беренсә тиерлек йөрөп, абонементтар тултырыуға өлгәшә. -Йыл һайын күпләп гәзит-журнал алдырған ауылдаштарым почта хеҙмәтенең абруйын арттыра, - ти Дилә Талха ҡыҙы. - Рәзинә Мөхәмәтйәрова, Әлмира Сәйғәфәрова, Ғәли Ғәзәлиев, Мәрзиә Исхаҡова, Разия Вәлиева, Фәнжиә Бәҙретдинова йорттарына кәмендә 5-6 дана ваҡытлы матбуғат ташыйым. Уҡырға яратҡан, донъя, район яңылыҡтары менән хәбәрҙар булырға теләп, күп итеп гәзиттәр алдырған ауылдаштарым булғанда, беҙҙең эш тә ыңғай барыр, тигән ышаныста ҡала ул.Ҡотой ауылында йәшәүсе почтальон Зәкиә Сөләймәнова ла 11 йылдан ашыу инде Ҡотой-Ҡолош юлын һыуындырмай, гәзиттәрҙе барып алыу, йәһәтләп таратыу өсөн йәйәү йөрөүҙе бер ҙә ҡыйын күрмәй. Биш йылға яҡын хеҙмәт итеүсе Ләйсән Вәкил ҡыҙы ла коллегаларынан ҡалышмай, эшенә етди ҡарай, еренә еткереп башҡара. -Ямғырҙа, ҡар-буранда, йәйге селләлә йөкләнеп йөрөүе еңелдән түгел. Эш хаҡы ла түбән. Шулай ҙа үҙ эшебеҙҙе тырышып башҡарабыҙ. Бынан тыш, кешеләр менән аралашып йәшәү ҙә күңелгә ҡәнәғәтлек бирә. Теге йәки был кешене баҫмаға яҙылыуға күндерһәң, үҙең дә дәртләнеп китәһең, - тиҙәр почтальондар.Почтальондар оло йәштәгеләрҙең, сығып йөрөй алмаусыларҙың ут, газ, элемтә өсөн квитанцияларын алып килеп, түләп, килтереп тә бирәләр, кредиттарын да түләйҙәр. Ул ғына ла түгел, хәҙер почта бүлексәһендә аҡса сисеү-күсереү мөмкинлеге лә бар. Шулай йәшәй Ураҙ ауылының почта бүлексәһе. Бәләкәй генә, әммә татыу коллективтың һәр ағзаһы үҙ эшен белеп, еренә еткереп башҡарырға тырыша. Улар өсөн иң мөһиме эш хаҡы ла түгел, ә халыҡ өсөн хеҙмәт итеү.
Читайте нас: