Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 17:15

Күпер өҫтөнә ҡыҙынырға менгән

Был эҫе мейене ҡайнатып сығара, башыңды һыуға тығып торһаң да түҙерлек әмәл юҡ. Өфөләге бер ирҙең дә көн ҡыҙыулығына мейеһе ҡайнаған күрәһең, Ағиҙел аша иҫке күперҙең башына менеп ял итергә, ҡояшта ҡыҙынырға булған.

Был эҫе мейене ҡайнатып сығара, башыңды һыуға тығып торһаң да түҙерлек әмәл юҡ. Өфөләге бер ирҙең дә көн ҡыҙыулығына мейеһе ҡайнаған күрәһең, Ағиҙел аша иҫке күперҙең башына менеп ял итергә, ҡояшта ҡыҙынырға булған. Был хаҡта Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә. Күпер башында ир кеше булыуы тураһында хәбәр алыу менән ҡотҡарыусылар катер менән шунда юллана. Иргә аҫҡа төшөргә ярҙам итәләр. Был ҡылығын ул ни бары ял итергә һәм ҡыҙынырға теләүе менән аңлата.
Читайте нас: