Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 15:15

Кирәбелә өй янған

5 июль көнө Кирәбе ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән йорт янды. Ошо көндө киске 23.22 сәғәттә Учалы районының 24-се янғын һүндереү часына Кирәбе ауылының Үҙәк урамында шәхси йортта ут сығыуы тураһында хәбәр килә.

5 июль көнө Кирәбе ауылында күп балалы ғаилә йәшәгән йорт янды. Ошо көндө киске 23.22 сәғәттә Учалы районының 24-се янғын һүндереү часына Кирәбе ауылының Үҙәк урамында шәхси йортта ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына шундуҡ Кирәбе ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы, бер аҙҙан 24-се янғын һүндереү часы ҡарауылы килеп етә. Янғын һүндереүселәр килгәндә ут өйҙө, йорт ҡаралтыларын ялмап алған була. Ут һөҙөмтәһендә 9х10 үлсәмдәге өй, 5х9 ҙурлыҡта йәйге ағас өй, таш һарайҙың түбәһе янып юҡҡа сыға. Ярай ҙа ғаилә балалары менән имен-аман сығып ҡотола, һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. Әле янғындың сәбәптәре асыҡлана.
Йорттағы әйберҙәрҙе сығарып өлгөрмәйҙәр, көл-күмергә әйләнә. Һәр ваҡыттағыса Учалы ирекмәндәре янғында ҡаза күргән ғаиләгә ярҙам итеү акцияһын ойошторҙо. Социаль селтәр аша уларға ярҙам итеү кәрәклеге тураһында хәбәр иткәс тә, байтаҡ замандаштарыбыҙ изге эшкә ҡушылырға теләк белдергән. Кейем-һалым, түшәк кәрәк-ярағы, һауыт-һаба, көнкүреш техникаһы алып барғандар. Изге эшкә үҙ өлөшөн индергән һәр кемгә ҙур рәхмәт.
Читайте нас: