Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 17:25

Медицина ҡорамалдары сифатһыҙ булып сыҡҡан

Башҡортостандың республика онкология диспансерына 5 миллион һумдан ашыулыҡ сифатһыҙ медицина ҡорамалдары килтергәндәр.

Башҡортостандың республика онкология диспансерына 5 миллион һумдан ашыулыҡ сифатһыҙ медицина ҡорамалдары килтергәндәр. Ағымдағы йылдың майы айында учреждение 5,6 миллион һумлыҡ сифатһыҙ медицина ҡорамалдары һатып алған булған. Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, клиника сифатһыҙ тауарҙы шәхси эшҡыуарҙан алған. Ҡабул итеү комиссияһы тауарҙың таможня декларацияһы юҡлығын, йәғни тауар Рәсәйгә индерелмәгәнен һәм ебәрелмәгәнлеген асыҡлай. Онкология диспансеры етәкселеге прокуратураға мөрәжәғәт итә. Тикшереү барышында енәйәт эше ҡуҙғатылған (ч. 1 ст. 238.1 УК РФ).
фото https://newsbash.ru/society/health/19726-v-respublikankij-onkodispanser-bashkirii-postavili-nekachestvennye-medizdelija-na-summu-bolee-5-mln-rublej.html
Читайте нас: