Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 17:45

Ғүмер көҙөндә

...Бик ҡыҙыҡлы булды уларҙың тәүге танышыуҙары. Зәйнәп йәйге каникулға күрше ауылдағы апайҙарына барған ине, уларҙың үҙе менән йәштәш Гөлсиә исемле ҡыҙҙары ла бар. Зәйнәптең еҙнәһе кино ҡуя, үҙе үк клуб мөдире. Гөлсиә менән Зәйнәпкә асҡысты бирә лә үҙе ҡайта ла китә. Гөлсиә кино ҡуя,кинонан һуң йәштәр киске уйынға ҡала.

Зәйнәп әбей әкрен генә урынынан торҙо һәм иренең, һөйөклө Ғаязының, рәсеме ҡаршыһына килеп баҫты. Был хәл уның ғәҙәтенә ингән, ошо рәсемгә ҡарап күңеле булғансы һөйләшеп-һөйләшеп ала. Бына әле лә:-Эй, Ғаязым, иртәрәк киттең шул, белһәң ине – нисек һағындым мин һине! Үҙең иҫән саҡта ғына беленмәгән икән, - тип ирендәрен ҡыбырлатты....Бик ҡыҙыҡлы булды уларҙың тәүге танышыуҙары. Зәйнәп йәйге каникулға күрше ауылдағы апайҙарына барған ине, уларҙың үҙе менән йәштәш Гөлсиә исемле ҡыҙҙары ла бар. Зәйнәптең еҙнәһе кино ҡуя, үҙе үк клуб мөдире. Гөлсиә менән Зәйнәпкә асҡысты бирә лә үҙе ҡайта ла китә. Гөлсиә кино ҡуя,кинонан һуң йәштәр киске уйынға ҡала. Шаталаҡ Гөлсиә шаярып туймай, йырлап та ебәрә, таҡмаҡты ,,ҡоя ғына. Үҙ ауылдарында киноға ла һирәк кенә сығыусы Зәйнәп йәштәрҙән дә ятһынынҡырай, уйынға төшмәй, йә йылмая биреп шахмат уйнай, йә гәзит- журнал, китап уҡый. Бер көндө Зәйнәп үҙенә төбәлгән ҡарашты тойоп, башын ҡалҡытты, ысынлап та уға табан ҡыйыу атлап, бер егет килә ине.Зәйнәптең йөрәге ,,жыу.. итеп ҡалды. Егет килеп китапты япты ла:- Ниңә яңғыҙ ултыраһың, әйҙә бейергә, - тип, ауыҙ асырға ла ирек бирмәй, вальсҡа алып төштө лә китте. Талғын ғына көй ыңғайына әйләнгән арала егет бик күп һөйләргә лә өлгөрҙө.- Мин һине беләм бит, үҙеңде күргәнем булмаһа ла, сөнки һин Нажиә еңгәйгә шул тиклем оҡшағанһың, барыбер ҡайҙа күрһәм дә таныр инем, - тине ул шуҡ йылмайып, - ә мин Ғаяз булам.Йәшел күҙле һары егет үтә үткен ине, ә Зәйнәп баҙап төштө, ул йүнләп һөйләшә лә алмаҫ булды, хатта аяҡтары көй ыңғайына йөрөмәгәндәй тойолдо.Етмәһә, Гөлсиә:- Бөттөң, Зәйнәп, Ғаяз ағайҙың ҡулына эләккәс, - тип шарҡылданы.- Ғаяз, ысҡындырмайһың инде, күрәһең бит, ниндәй бешкән, алмамы ни!- Ғаяз. Арҡаңа ҡабыҡ бәйлә, Фәнүр ағайҙан туҡмалаһың.-Нисә ҡабырғаһы бар - белеп ҡалыр.- Һин килгәнсе бүтәндәр ҡарата алмағайны, булдырһаң һин генә инде, - тип шаулашты йәштәр.Зәйнәптең килгәненә бишенсе көн, ә был егет бығаса күренмәгәйне шул, үҙе Зәйнәптәрҙең күршеһе генә икән дә.- Район үҙәгенә барғайным, - тине ул, - һинең килереңде белгән булһам, ауылда ғына көтөр инем.- Белмәгән-күрмәгән кешене көтәләрҙер шул, - тигән булды Зәйнәп.- Мин һинең барлығыңды белә һәм осрашыу көтә инем, - тине егет, шаян йылмайып, - тик һин генә мине белмәгәнһеңдер.Ғаяз иптәше менән ҡайҙалыр сыҡҡан арала, Гөлсиә, йүгереп килеп, Зәйнәптең ҡолағына бышылданы:- Зәйнәп, ҡайттыҡ, юғиһә, ысынлап та Ғаяз ағайҙан еңел генә ҡотола алмаҫһың. Атайым, оҙаҡлаһаҡ, икебеҙҙе лә һыҙырыр, о-о- о! Һин уны белмәйһең әле!Ризаһыҙлыҡ белдереп шаулашҡан йәштәрҙе сығарып клубты бикләнеләр ҙә етәкләшеп ҡайтыу яғына йүгерҙеләр. Шарт-шорт ҡапҡаны бикләп өлгөрөүгә бейек ҡойма аша берәү килеп тә төштө, Зәйнәпте тотоп та алды. Гөлсиә йүгереп өйгә инеп китте.- Зәйнәп, ниңә ҡасаһың? Ысынлап та мин һине күптән көттөм, - тип бышылданы Ғаяз, эҫе тынын бөркөп.- Ебәр, еҙнәмдән әрләтәһең, - тип тартҡылашты Зәйнәп.- Хәҙер, бер-ике ауыҙ ғына һүҙ әйтәм дә... – Ғаяз һүҙен әйтеп өлгөрмәне, өйҙән атылып Гөлсиә килеп сыҡты:- Зәйнәп! Атайым енләнә, әйҙә. тиҙ бул. Ғаяз ағай, зинһар Зәйнәпте ебәр, атайымдың холҡон беләһең бит...- Хат яҙам, яуапһыҙ ҡалдырма, - тип шыбырлап, егет тороп ҡалды.Ә Зәйнәп ингәс өйҙә ҡупҡан буран! Еҙнәһе берәүҙе лә тыңламаны ла, ишетмәне лә. Нажиә апай әрләп тә, оялтып та, хатта илап та ҡараны, еҙнәһе ипкә килмәне.- Нимә, ошо йәштән бәпәй ҡосаҡлап ултырғың килдеме? Һиңә ни бары ун биш йәш, уға ун туғыҙ(күрәһең, Зәйнәп ингәнсе уға егеттең Ғаяз икәнлеген әйтеп өлгөргәндәр ине) Күрше булһа ни! Ул бит - ут! Утҡа ҡаршы тороуы ҡыйын, йә бешәһең, йә янып көлгә лә ҡалаһың. Мыжыма, Нажиә, юғиһә мине беләһең, - Фәнүр еҙнәһе апайына ынтылып-ынтылып ҡуйҙы, - һеҙ ҙә шәмәрмәгеҙ, етте, барығыҙ йоҡларға, бынан ары клуб тип, кино тип ауыҙ асаһы булмағыҙ, - тип ҡыҙҙарҙы ла ҡаты киҫәтеп ҡуйҙы.Зәйнәп менән Гөлсиә төнө буйы буҫығышып илап сыҡтылар.Иртәгеһен еҙнәһе, бер ни булмағандай, Зәйнәпте көлдөрөргә, шаяртырға тырышып ҡараны, әммә уның шул тиклем хәтере ҡалғайны,үпкәләйне ул еҙнәһенә, яҙыла алманы. Ҡабат клубҡа ла йөрөмәне ул, хатта, Гөлсиә инәлеп-инәлеп ҡараһа ла һыу ҡойонорға ла барманы, еҙнәһенең әрләүен бөтәһе лә беләлер төҫлө тойолдо уға.Ғаяздың Гөлсиә аша ебәргән хаттарын алманы ла, уҡыманы ла. Нажиә апай янында ғына уға бер аҙ еңелерәк ине.- Их, үҙемдән генә булды, - тип үкенде Нажиә апай, - ,,Кәләшең булғас һинең кеүек булһа ине ул, еңгәй, - тигәс, - әйҙә, таныш, хас та үҙемә генә оҡшап торған һеңлем бар, кейәү булырһың, - тип шаяртҡайным, өҙмәне лә ҡуйманы бит... Исемеңде лә белгән, Гөлсиәнең ай-вайына ҡуймай фотоңды ла алған.- Еҙнәм дөрөҫ әйтә бала ғына бит әле мин. Унан ул миңә оҡшамай ҙа – һап-һары.- Һары матур һайлаһаң... Һине ысҡындырмаҫ инде ул. Армиянан ҡайтыуына үҫерһең әле. Еҙнәң дә үкенеп тора әле. ,,Ҡыҙ балаға зерә лә ҡаты бәрелдем, - ти, Ғаяз да әрләгән шикелле үҙен.- Уй, ниңә әрләй икән? Еҙнәм ғәйеплелер шул.- Бөгөн дә, - Нажиә еңгәй, һеңлеңә әйт әле, зинһар, клубҡа сыҡһын инде, Фәнүр ағай менән үҙем һөйләшермен, - тип килеп китте.- Ю-у-у-ҡ! Сыҡмайым, бармаҡ төртөп күрһәтеп көлөрҙәр, оялам мин кеше күҙенә күренергә.Зәйнәп клубҡа һуңғы кистә лә сыҡманы.Еҙнәһе уны ауылына үҙе илтеп ҡуйҙы, оҙон юл буйына нимә һөйләшкәндәрҙер, онотолған, бик үкенгәне генә иҫтә ҡалған...... Зәйнәп әбей онотолоп тороуын аңғарып ҡалды һәм йөн иләргә ултырҙы.Уйҙар, уйҙар... Кем сыға алған икән уйҙарҙың осона? Орсоғон ҡулына алһа ла, бәйләмен тотһа ла – шул уҡ уйҙар – Ғаязы тураһында ғына уйлай ул. Бына уйҙары тағы ла өйөрөлөп-өйөрөлөп шул юҫыҡҡа төшөп китте.... Уның егете лә бар ине инде. Бер-береһен яраталар ҙа кеүек ине, хатта Зәйнәп уға арнап шиғырҙар ҙа яҙа ине. Тик бер көндө уға хат килеп төштө. Хәйер, Зәйнәп хаттарҙы күп алышты, хатлашырға ярата ине. Яҙыуы насар, хаталыяҙғандарға яуап яҙмай ине. Уның был ҡылығына ,,Яҙыу – кешенең күңел көҙгөһө, яҙыуына ҡарап кешенең характерен билдәләп була, - тип әйтергә яратыусы әҙәбиәт уҡытыусыһы сәбәпсе ине булһа кәрәк. Улар, ун һигеҙ уҡыусы, бөтәһе лә матур яҙҙылар.Ә был хат... Зәйнәптең йөрәге урынынан ҡупты. Ғаяздан, армиянан ине ул. Бер-ике көн уйланып йөрөнө лә яуап яҙҙы. Әхирәттәре лә ,,һалдатты яуапһыҙ ҡалдырмаҫһың инде,, - тинеләр. Һәр һүҙенән һөйөү хисе бөркөлгән сәләм хаттары тамам арбаны Зәйнәпте.Наҙға, һөйөүгә сарсаған һалдат хаттарҙы көн дә яҙҙы.Зәйнәп тә вәғәҙәләшкән егетен дә онотто, бүтәндәр менән дә хат алышмай башланы, көн һайын һалдатынан хат көттө, матур-матур һүҙҙәр табып, уға яуап яҙҙы.Мәктәпте тамамлағас, артыҡ аптырап торманы, вузға инә алмағайны, киномеханикҡа уҡырға китте лә барҙы. Ике арала өҙлөкһөҙ хат йөрөнө. Ябай ҙа, матур ҙа һүҙҙәре менән Ғаяз күптән уның йөрәге тңренән урын алған ине инде.... Орсоҡ өйөрөлә лә өйөрөлә, әйтерһең, әбей ғүмер йомғағын еп итеп һуҙа ла орсоҡҡа кире йыя.Ғаяз армияла саҡта тағы килде ул уларҙың ауылына, ай-вайына ҡуймай еҙнәһе үҙе алып ҡайтты.Һәм... Хайран ҡалды... Хатлашып ҡына тороуҙарына ҡарамаҫтан, бында ололар уны ,,килен,, тип иҫәпләй, ә йәштәр асыҡтан-асыҡ ,,еңгәй,, тип өндәшәләр ине- Барыбер еңгәй булаһың, давай ҡулъяулыҡ, - тип теңкәһенә тейҙеләр уның.- Булмағанмын бит әле.- Булырһың, ағайым ,,Барыбер Зәйнәпте алам,, - тип әйтеү әйтеп китте.- Һе, иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер ыштан, - тигән ти бер килен, шуның кеүек була инде.Зәйнәп тә хәҙер бер аҙ үткерләнә төшкән, юҡ-бар өсөн оялып бармай. Ҡул эшенә оҫта Зәйнәп ,, ҡәйнештәренә ҡыҙыҡ эшләргә булды. Ике көн эсендә өс- дүрт ҡулъяулыҡ селтәрләп, ынйы менән нағышлап, үҙе менән тиңдәш, бергә йөрөүсе Ғаяздың ҡустыларына өләшеп тә ҡуйҙы.- Еңгәй булмаһам, иҫтәлек булыр.- О-о-о! Былай булғас, һис шикһеҙ еңгәй итәбеҙ. Бөгөн үк хат яҙып һалабыҙ үҙенә, - тип шат гөрләште улар.... Орсоҡ өйөрөлгән ыңғайға Зәйнәп әбейҙең уйҙары тағы ла үткән ғүмеренә әйләнеп ҡайтты. Ул уҡып бөтөп эшкә ҡайтыуға Ғаяз да армиянан ҡайтты Бер ағаһы менән Ғаяз өйҙәренә килеп ингәндә улар киске табынға ултырғандар ине.Зәйнәп, сәйен дә эсеп бөтмәй, икенсе бүлмәгә сығып китте. Йөрәгенең хәле бөтөп, башы әйләнеп, быуынһыҙланып китте ул.Ниңәлер ,,яҙмышымдыр ул,, тип уйланы. Ғаяздар ултырып сәй эстеләр, хәл-әхүәл һөйләшеп ултырҙылар һәм Ғаяз:- Ярай, рәхмәт, беҙ кино буламы икән, - тип белешергә генә ингәйнек, - тип Зәйнәп янына килеп тә сыҡты.- Һаумы, Зәйнәп!? Күрешмәй ҙә сығып ҡастың, - тине ул, баҙап ҡалған ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп, үҙе уның күҙҙәренә төбәлде һәм тыны ҡыҫылып, - мин һине тышта көтәм, - тип сығып та китте.- Нажиә апайың сәләм әйткән. Яңы армиянан ҡайтҡан икән Фазулланың малайы. Һуңлабыраҡ киткән, тиҙәр ине,- тип һөйләнгән әсәһен ишетте лә, ишетмәне лә Зәйнәп. Нисек кейенеп сыҡҡанын да хәтерләмәй. Ул сыҡҡанда Ғаяз яңғыҙы ғына уны көтә ине.- Зәйнәп, Зәйнәбем, һағындым шундай! Ошо көндөң килерен күпме көттөм мин.Ғаяз уны ҡосағына алды, ирендәр иренгә ҡушылды, ирендәр һүҙһеҙ аңлашты. Хәйер, һүҙҙәр кәрәкмәй ҙә ине. Зәйнәптең ошоғаса үбешкәне лә юҡ ине. Башҡа егеттәр оҙата килһәләр ҙә ундай аҙымды яһарға батырсылыҡ итмәйҙәр, Зәйнәп үҙе лә рөхсәт итмәй ине. Ә ул- ут. Еҙнәһе дөрөҫ әйткән. Зәйнәптең уңайһыҙланыуына ҡарамай, клубҡа ла бергә килде, кино бөткәс тә ҡайтармай бик оҙаҡ тотҡарланы.Һуңлап ҡайтыуына өйрәнмәгән ата-әсәһе борсолоп бөткәндәр ине. Иртән ирендәре күберсеп, кеше күҙенә күренергә оялып йөрөнө ҡыҙ. Ғаяз уның янына көн дә килде, йәйәү ҙә, саңғы менән дә, һыбай ҙа. Тик ҡайһы саҡта ,,күңелләнеп,, алырға ярата ине егет. Ошо ғәҙәте уны Зәйнәбенән айыра яҙҙы ла инде уны.- Һин бит эсергә яратаһың, мине алғас та эсһәң, мин ни эшләрмен? – тине уға Зәйнәп.- Ҡурҡма, мин һине бер ҡасан да рәнйетмәм. Мине нисек бармын шулай ҡабул ит, мин үҙгәрә торғандарҙан түгел, - тине Ғаяз, - мин бит артыҡ эсмәйем.Шулай ҙа улар үпкәләштеләр.Ни өсөндөр ауылға көндөҙ һәм ,,һуҡмыш,, килгән ине ул. Һәм... йөрәге етеп, Зәйнәпте саҡыртып сығарҙы. Ғәрләнде, оялды Зәйнәп, һөйләшеп тә тормай, кире боролдо. Беләгенән тотоп ниҙер аңлатырға уйлаған Ғаязға көйҙөрә ҡараны ла ҡулын тартып алып, ҡапҡанан инеп тә китте.- Эсеп йөрөй, етмәһә бында килгән, - тип һыҡтаны ул. Үҙ-үҙенә урын тапмай, ары һуғылды, бире һуғылды, сыҙамай урамға йүгереп сыҡты, тик... Ғаяз күренмәй ине инде.- Әйләнеп тә ҡарамайым, йөрөһөн әйҙә эсеп, - тип үҙ-үҙенә һүҙ бирҙе ҡыҙ. Ғаязды онотоу өсөн бүтән егеттәрҙән оҙаттырып ҡуйҙы,ул килһә күрмәмешкә һалышты, эре- төрө һөйләште, тик... үҙе Ғаязын һағынды.Бер ваҡыт Нажиә апаһы менән еҙнәһе килеп төштөләр. Аулаҡ сағын тура килтереп, Нажиә апаһы:- Уй, Зәйнәп, Ғаязды йәлләп килдем, һарғайттың бит шуны, ярата бит ул һине, - тине. Зәйнәп апаһын ҡосаҡлап иланы ла ебәрҙе:- Мин дә яратам, тик ҡайһы бер ғәҙәттәренә генә аптырайым. Эсергә яратыңҡырай бит ул.Юҡҡа аптырама, әле иптәштәренәренә эйәреп йөрөй бит, һине алһа - тынысланыр. Белеп ҡуй, бүтәнгә сыҡһаң үпкәләйем, туйыңа ла килмәйем.- Һин бигерәк инде, - тип күҙ йәштәре аша йылмайҙы Зәйнәп.- Иртәгә мин уны ебәрәм, һөйләшегеҙ, аңлашығыҙ, - тип апаһы ҡайтып китте. Килде Ғаяз, шул кисте үк. Бик ярата ине щул ул Зәйнәбен. Күргәс тә һүҙһеҙ генә ҡосағына алды, сәстәренә башын терәп тын ғына торҙо ла торҙо. Шул көндән башлап Зәйнәп янына берәүҙе лә яҡынлатманы ул. Ике ауыл егеттәре хәлде белгәс, бәләгә тарыманылар, ә сит ауыл егеттәренә Ғаяздан эләккеләп тә ҡуя ине.- Мин һинһеҙ йәшәй алмайым, сыҡ миңә кейәүгә, - тине ул бер көн- Мин бит әле яңы ғына эшләй башланым.- Зәйнәп, Зәйнәбем, ыҙалатма мине. Фәнүр ағай ҙа, алып кил, эшемде бирәм, - ти.- Төнө буйы әрләгәнен онотҡан икән.- Юҡ, ҡайҙан онотһон! Көлөп тә һөйләй, үкенеп тә. Зәйнәп, һин миңә яуап бирмәнең бит?- Оялтаһың һин мине... Һин ут кеүек, ә мин – киреһенсә. Килешербеҙме икән беҙ?- Мин - ут, һин - һыу, һыуындырып-һыуындырып алырһың.- Бөтөнләй һыуынып ҡуйһаң?- Һыуынмам, һыуынмам бер ҡасан да, - Ғаяз алдына алғанды ҡуя торған кеше түгел ине, - көт, беҙ ошо йомаға киләбеҙ. Һиңә ымһынып йөрөүселәр күп бит, йә юғалтып ҡуйырмын.- Минең бит һиңә биргән вәғәҙәм бар.- Көт, әҙерлән, ошо йомала киләбеҙ, - Ғаяз өҙә һуғып ҡайтып китте. Зәйнәп, ни эшләргә лә белмәй, аптырап тороп ҡалды. Ярай әле,еңгәһе бар – серҙәрен кем менән уртаҡлашыр ине? Әле лә уға ,,тишеп,, ҡуйҙы.... Орсоҡ эшен күптән туҡтатҡан, тик әбей генә уны һиҙмәй. Ә уйҙар туҡтамай- улар, әйтерһең дә йүгәнһеҙ ат...Йоланы бөтә шартына килтереп башҡарғас,уларҙың икеһен бер бүлмәлә ҡалдырып, хәйерле төн теләп еңгәләре сығып киттеләр. Зәйнәп, ниҙәндер өрккәндәй,мөйөшкә һыйынды ла шымып ҡалды, ә Ғаяз уға иркәләп-яратып та, ҡыҙыҡһынып-йәлләп тә ҡарап ултырҙы, ныҡышманы ла, өндәшмәне лә. Бер аҙҙан урамдан ауыл егеттәре йырлап үттеләр:...Һайрамағас бәхет ҡошоңНик ҡундың минең тирәгемә?..- Һиңә атап йырлайҙарҙыр инде, - тине Ғаяз, урынынан ҡуҙғалып.- Йырҙың йыртығы юҡ...- Ә мин һине барыбер берәүгә лә бирмәҫ инем,- Ғаяз уны күтәреп алды...Һәйбәт йәшәнеләр улар. ,,И-и-ий, бигерәк бала ғына, бигерәк нәфис, донъя көтә алырмы икән? – тип һөйләнеүселәрҙең ауыҙҙарын томалап, гөрләтеп йәшәп алдылар ҙа киттеләр.Ҡыҙыҡ кеше ине ул Ғаяз, ул кәләшенең аш-һыуын ғына түгел, тура килһә, үҙен дә маҡтап ҡына торор ине. Ҡунаҡҡа барһалар, ,,Зәйнәп, бөгөн һин иң матуры булдың,, - тип һөйөнөп бөтә алмаҫ ине, ә бер тапҡыр Зәйнәпте иҫерткәстәре ( үҙенән булды инде, әҙ-әҙләп уртлап ултырған ине – етә ҡалған):- Зәйнәп, һин иҫергәс йәмһеҙләнеп, сәстәрең туҙып китте, - тине. Оялды Зәйнәп. Ғаяз әйтер һүҙен ҡайтҡас ҡына әйтер ине.Ә Зәйнәптең йәш саҡта шаяртып биргән ҡулъяулығын ҡәйнештәре бик оҙаҡ алып йөрөнөләр, һөйләшеп ултырып һүҙ шул ваҡытҡа әйләнһә сығарып күрһөтерҙәр ҙә көлөрҙәр ине.... Орсоғо тып итеп иҙәнгә төшкән тауышҡа әбей һиҫкәнеп китте, унан кеткелдәп көлөп ебәрҙе – сиртергә лә онотоп уйға батҡан икән дә.- И-и, оҙаҡ ултырып ташлағанмын, Көрәнкәйем торалыр әле һыуһап, - ул, орсоғон ҡыҫтырҙы ла, итәгенә төшкән йөндәрҙе һыпырғылап алып ташланы, башындағы яулығын йүнәтеп бәйләне лә һыйырын - Көрәнкәйен тәрбиәләргә сығып китте.... Тыштан ингәс, самауырын ҡуйып сәй эсеп алыр, унан яңы гәзит менән танышыр Зәйнәп әбей. Радиоһын ҡабыҙып ебәрер ҙә тағы орсоғон ҡулына алыр. Күп әле уның уйҙары... Үткән ғүмеренең һәр сәғәтен иҫләр, балаларының һәр шуҡлығын уйы менән үҙҙәренә һөйләр. Ғаязы мәрхүм булып ҡалғас,кешенең һәр һүҙе йөрәгенә ҡаҙалыуын, ауырыраҡ һүҙҙәр бәғерен телгеләүен, үҙен күпме тоторға тырышһа ла нервы өйәнәге менән ауырып алыуын, ,,Балаларым хаҡына бирештермә, Хоҙайым, - тип көнө- төнө Хоҙайға ялбарыуын – барыһын да ҡабат-ҡабат уйлар ул.
Зайтуна Аетбаева-Сафиуллина
Читайте нас: