Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 16:25

Ҡондоҙ ҡатынға һөжүм итә

Ҡондоҙ бер йәбешһә, ебәрмәй икән. Уның үткер тештәре бик ҡурҡыныс һанала. Әгәр һеҙ уларға ҡағылмаһағыз, был хайуандар зыянһыҙ.

Салауат районының Лаҡлы ауылында ҡыҙғаныс ваҡиға теркәлгән. Урындағы бер ҡатынды һыу ҡондоҙо тешләгән.
Район ветеринария станцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын иртә менән эшкә барырға йыйынған һәм ишек алдында ошо хайуанға тап була. Хужабикә йәнлекте эт тип уйлап, уны ихатаһынан ҡыуып сығарырға йыйына.
Кимереүсе һыу хайуаны ҡасыу урынына ҡатынға ташлана һәм уның аяғынан тешләп ала. Ҡысҡырған тауышты ишетеп, өйҙән улдары килеп сығып, һыу хайуанын һәнәк менән сәнсеп үлтерергә мәжбүр булалар.
Ҡондоҙ бер йәбешһә, ебәрмәй икән. Уның үткер тештәре бик ҡурҡыныс һанала. Әгәр һеҙ уларға ҡағылмаһағыз, был хайуандар зыянһыҙ. Бик һирәк осраҡтарҙа ғына улар кешегә һөжүм итә. Кимереүсе хайуандың мәйетен Мәсәғүт ауылына экспертизаға оҙатҡандар.
Зыян күргән ҡатынды "Ашығыс ярҙам" машинаһында дауаханаға ебәргәндәр. Уның аяғында етди яралар бар. Ҡондоҙҙоң өй баҡсаһы артынан аҡҡан Әй йылғаһынан килеүен фаразлайҙар.
Фото: bash.news
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: