Мин ҡоймаҡты әсетеп бешерәм. Әлбиттә, байтаҡ ҡына ваҡытты ала, уның ҡарауы, шул тиклем тәмле ҡоймаҡтар килеп сыға, телде йоторлоҡ ! Беренсе ҡарашҡа бик ябай ғына кеүек күренгән ҡоймаҡ, бииик "капризный" ул - бөтә кешенеке лә уңмай. Бер өлкән йәштәге ханым: Ахры ҡартая башланым, ҡоймаҡтарым тәмле була башланы! - тип әйткән ти бит. Тәжрибә!.. Бына шулай. Миңә ҡалһа - ҡулың килешеүелер ! Әйҙәгеҙ башланыҡ ! 1 ст.- маный 0,5л. - һыу, ҡайнап һыуынған, йылымса 2-3 - аш ҡалағы он 1 сәй ҡ. - ҡоро дрожи Ҡаймаҡ ҡуйылығына тиклем бутап, өҫтөн ябып, 1,5 - 2 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға. Күтәрелгәс: 0,5л. - ҡайнатып эҫе һөт һалып бутайһың 1 - сәй ҡалағы шәкәр ҡомо 0,5 - сәй ҡалағы тоҙ 1 - аш ҡалағы үҫ.майы 1-2 - йомортҡа, һыуытҡыстан алып ҡуйығыҙ Тигеҙләп бутайһың, ҡуйылығын үҙең самалайһың, ҡуйы кеүек булһа бер аҙ һөт-һыу өҫтәп ебәрергә кәрәк. Минең төп үлсәү ҡоралым - ул күҙ һәм сама. Уңыштар теләйем !????