Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Июль 2020, 12:20

Республика клиник дауаханаһында тағы коронавирус

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортон коронавирус арҡаһында карантинға япҡандар.

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бала табыу йортон коронавирус арҡаһында карантинға япҡандар.Дауахана хеҙмәткәрҙәренең береһендә коронавирусҡа шик бар. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат секретары хәбәр итте. Персоналдан һәм бәйләнешкә ингән кешеләрҙән анализдар алынған, бүлексәлә дезинфекция үткәрелә.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҙ көнө Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында коронавирус таралды. Прокурор тикшереүенән һуң 24 вазифалы кеше яуаплылыҡҡа тарттырылды. Дауахананың баш табибы үҙ теләге менән эштән китте.
Башҡортостаным яңылыҡтары
Читайте нас: