Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 10:15

ФАП асыла

Иглин районының Иван-Казанка ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Иглин районының Иван-Казанка ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә яңы модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлдө.
Айырым торған бер ҡатлы бинаның дөйөм майҙаны 70 квадрат метр. Унда пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн бүлмә, процедура кабинеты, дарыухана, хеҙмәткәрҙәр өсөн махсус бүлмә, санузел, ярҙамсы бүлмә бар.
Әле яңы ФАП-ҡа электр уты үткәрәләр, биҙәү эштәре тамамланыу өҫтөндә, оҙаҡламай ҡорамалдар һәм йыһаздар ҡуйыласаҡ.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты Иван-Казанка ауылынан һәм 16 километр радиуста булған ауылдарҙан 648 кешене хеҙмәтләндерәсәк, уларҙың 95-е – балалар. Ә яңыһынан йыраҡ түгел урында урынлашҡан иҫке ФАП бинаһын табип өсөн йортҡа әйләндерәсәктәр.
"Башҡортостан" (А. Мингалиева).
Фото: Иглин районы хакимиәте сайты.
Читайте нас: