#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Фән һәм эре Рәсәй предприятиелары араһында кооперация үҫеше – “Фән” милли проектының өҫтөнлөклө бурысы. Ғилми эштәрҙе һәм тикшереүҙәрҙе коммерциялаштырыуҙа Рәсәй вуздарында инжиниринг үҙәктәрен төҙөү мөһим роль уйнай.
2013 йылдан алып Рәсәйҙең 39 субъектындағы һәм барлыҡ федераль округтарҙағы университеттарҙа 72 шундай үҙәк төҙөлгән. Инжиниринг үҙәктәренең эштәренә бәйле вуздарҙа ғилми һәм белем биреү эшмәкәрлеге эффектлы тормошҡа ашырыла, төплө һәм практик тикшеренеүҙәр даирәһе киңәйҙе.
Инжиниринг үҙәге ғилми эштәрҙе һәм тикшереүҙәрҙе коммерциялаштырып, уларҙы һөҙөмтә баҙарына сығарырға, шулай уҡ сит ил тауарҙарын алмаштырыу процесын тиҙләтергә мөмкинлек бирҙе.
Өфө дәүләт нефть техник университетының инжиниринг үҙәге эше “Нефть-газ машиналары төҙөү” тармағында сит ил тауарҙарын алмаштырыуға йүнәлтелгән. Үҙәк нефть сығарыу өсөн кәрәкле продукция етештерә һәм коррозияға ҡаршы япма индереү буйынса заказдарҙы үтәй. ӨДНТУ-ның инжинириг үҙәгенең заказсылары - «Транснефть», «Лукойл» и «Роснефть» нефть компаниялары һәм шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа эре предприятиелары һәм ғилми үҙәктәре.