Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Июль 2020, 18:35

Ҡыйғы районында һуғыш ветеранын нисек үлтереүҙәре асыҡланды

100 йәшлек һуғыш ветераны Иван Несмеяновты үлтерер алдынан бурҙар яфалағандар, уның тәнендә бихисап йәрәхәттәр тапҡандар.

100 йәшлек һуғыш ветераны Иван Несмеяновты үлтерер алдынан бурҙар яфалағандар, уның тәнендә бихисап йәрәхәттәр тапҡандар. Үҙе бәйле булған. Был хаҡта ГТРК «Башкортостан» хәбәр итә. Версияларҙың береһе буйынса пенсионерҙан зиннәтле әйберҙәрен, аҡсаһын ҡайҙа йәшереүен әйттерергә теләп туҡмағандар. Өйҙөң аҫтын-өҫкә килтергәндәр, енәйәтселәр нимәлер эҙләгән. Ветерандың кәүҙәһен күршеһе тапҡан, ул көн һайын килеп уның хәлен белгән булған. Ветеранды үлтереү буйынса енәйәт эше башын Башҡортостандың эске эштәр министры Роман Деев шәхси контроленә алған.
Читайте нас: