Яйыҡ
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июль 2020, 17:55

Аҡтан аҡ-паҡтан паҡ

Нәзифәгә, улыҡайының бәләгә тарыуын ошондай ҡиәфәттә һөйләһәләр. Бына әкәмәт – тип ышанмаҫ ине биш йыл элек. Бәлә микән һуң ул? ..Ә,хәл-ваҡиғалар ышандырҙы. Яйлап кәрәкте бирҙе генә. Аҡтан –аҡ, паҡтан-паҡ ҡына барһа ине тормош ҡуласаһы. Язмыштарҙан-уҙмыш юҡ шул. Әйтелеше матур һүҙ менән атала-яҙмыш . Яҙмыш...

Нәзифәгә, улыҡайының бәләгә тарыуын ошондай ҡиәфәттә һөйләһәләр. Бына әкәмәт – тип ышанмаҫ ине биш йыл элек. Бәлә микән һуң ул? ..Ә,хәл-ваҡиғалар ышандырҙы. Яйлап кәрәкте бирҙе генә. Аҡтан –аҡ, паҡтан-паҡ ҡына барһа ине тормош ҡуласаһы. Язмыштарҙан-уҙмыш юҡ шул. Әйтелеше матур һүҙ менән атала-яҙмыш . Яҙмыш...Атай-әсәһе, өләсәһе менән күңелле итеп үҫте Нәзифә. Бәләкәйерәк саҡта, эйй, сабырһыҙланып еңешеп һөйләшәләр ине өләсәһе менән. Нәзифә, үҙенекен тылҡый. Өләсәй, үҙ яғын ҡайыра. Кемдәр, өләсәй менән бәхетле баласаҡ кисергән аңлар. Йәнәһе лә, тәртипле булып,ваҡытында уҡып, арыу ғына егеткә тормошҡа сыҡһаң. Яҙмыш еңелә лә ҡуя йәнәһе. Ней йөҙө менән ауырлыҡтар һалһын ул, Нәзифәгә? Көн дә тейерлек булмаһа ла,тормош тәжрибәһен һәр ваҡыт бүлешер ине яҡыны. Ул саҡта, 14-15 йәштәр тирәһе булғандыр. Урта мәктәпте тамамламаған ине әле. Ә,Бибисара ҡарсыҡтың үҙ көйө. Балаһының-балаһы,татлы емеш. Күргән-белгәндәре менән ҡурсалап маташа килде.Ысынлап ,ауылдаштары менән булған төрлө хәлдәрҙе, ваҡиғаларҙы матур ғына,еңел генә итеп еткерә белде. Яманлап түгел,ҡуй,хоҙай һаҡлаһын. Яҡшыны тарих үҙе ҡалдыра. Яманын халыҡ онотмай - тип әйтеп кенә торҙо бәләкәсенә. Үҙенсә,күңелен нығытып килгәндер.Әле бына ,бөгөн, улыҡайының бәхетле йөҙөн күреп, йөрәк тапҡыры сәнсеп-сәнсеп ҡуйҙы. Үҙҙәре беләҙер..Ошо ике һүҙгә күнде бисара ҡатын-әсәй.Үҙҙәре беләҙер. Ҡаршы һүҙ әйтеп, һорауҙарына яуап алаһы килһә лә, шым ҡала. Күҙ алдында, өләсәһенең яҙмышы. Ә, Нәзифә ярата уны, яратты, һағына. Тормош юлын, яңылыш -тип уйламай. Үҙеңдең икмәгең булғанғаҙыр..Бибисара әбей, үлер алдынан, улы, килененә түгел, Нәзифәгә серен систе. Ауыр йөк менән китмәйем тигәндер,бахырым, яҡты донъяларҙан.Өләсәһе, Белорет яҡтарынан. Бейек тауҙары, бармаҡ башындай ҡайын еләге, ғорур,бейек мышылары. Күп һөйләр ине тыуған төйәге тураһында. Башҡортостан буйынса урманғандарға иң бай төбәк тип ғорурланып шымып ҡалыр ине. Ул ваҡытта, Ирәмәл, Ямантау тауҙарының түбәләрен әйтерһең үҙе урап сыҡты Нәзифә. Тәмләп һөйләр ине тәпәй баҫҡан ғәзиз ерен. Беҙҙең яҡтарҙа тауҙар булмағас,ауыҙын асып тыңлағаны хәтерҙә. Уй-тип күҙҙәрен йомоп ебәрә хатта. Олатаһы, Нәғим, ағас ташығанда, бер күреүҙән оҡшатып алғанда ҡайтҡан кәләшен. Иҫке самауыр,тотонолған бер юрған,ике яңы яулыҡ,ике тотонолған сынаяҡ ҡына бирә алған ата-әсәһе бирнәгә ҡыҙына. Кейәү балаҡай,бала-сағаға көмөш аҡсалар таратҡан. Арыуыҡ ваҡытҡа он яраштырып китте атай-әсәйемә - тип һөйләгәне хәтерҙә. Бигерәк аумаҡай тыңлаған шул өләсәһен, хәтирәләр күп һөйләгәйне лә бит. Онотҡан,ҡәһәрең.Нәғим менән Бибисараның бәхете оҙаҡҡа бармай. Өс ай йәшәп ҡалалар. Күңелле ине,бәхетле инек, бәләкәсем. Олатайың, йылы һүҙле,көслө ине -тип маҡтай-маҡтай хәбәрен һата . Егерме бере тулды тигәндә генә, һуғыш башлана. Әлбиттә,иң тәүгеләрҙән китә һөйгәне. Ике айҙан похоронка алып та өлгөрә йәш ҡатын. Ике көн аякһыҙ ҡалдым, балам. Тәнем Ерҙә, йәнем күктә –тип һөйләгәнен иҫләй. Тыуған яҡтарына, ҡайтырға мөмкинселеге булһала,ҡайтмай. Башын баҫып, донъя йөгөнә егелеп иренең ауылында ҡала. Оҙаҡламай,ҡайны-ҡәйнәһе донъя ҡуя. Ике ҡайнағаһы һуғыштан имен-аман ҡайталар. Донъя ҡороп,һәр береһе үҙ яҙмышын ҡыуа. Тормош дауам итә.Һуғыш тамамланғас, барыһына ла ауыр була әлбиттә. Илле алты йортлоҡ ауылда,ҡатын-ҡыҙ ҙа, балалар ғына -ҡул көсө. Ир-аттың ярты тейерлеге аяҡ-ҡулһыҙ. Күбеһе, һуғыштан ҡайтмаған, ҡайтҡандары алтынға бәрәбәр ине. Һуғыштан һуң бар тирә-яҡты тергеҙергә кәрәк. Ашлыҡ сәсергә. Илде туйҙырырға. Эш тәтене, балаҡайым, бала-сағаларға ла,олоһона ла - тип әрнеп һөйләй ине. Хәтирәләргә төшөп китә шул. Өләсәһенең яҙмышы менән, улыҡайының йөгөн сағыштырып ҡарай, Нәзифә. Ғәфү итерлек,сәбәптәр эҙләй. Улыҡайының –тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ.Килен балаҡайының,яңылышы.....Алдараҡ уйҙарын һүткәйне инде. Сағыштырып тип. Ә,кәрәкме һуң ул ? Ике яҙмыш...Ҡайһыныһы дөрөҫ-кеме юҡ. Хоҙай –үҙе белә. Хәлдәр ошолай булған..Бибисара, иренән похоронка алғас, яҙмышына күнә. Төп йорт. Мах бирмәйем тип,һыйырын юҡ итмәй. Аҡтан өҙөлмәй. Нәғимдең ағаларының балаларын ҡараштыра. Артҡанын яңғыҙ әбей-һәбейгә ауыҙ иттерә. Һаҡлап алып ҡалғанына һөйөнөп, донъя көткән үҙенсә. Күрше, Некрасовка ауылынан, ызнакумдары аша, һөткә, майға алмаштырып тауыҡ, әтәс хәстәрләп ала. Ул дәүерҙең кешеләре кеүек, иртә таңдан-ҡара кискә хәтлем калхуз эше булған. Әммә, үкенмәй ине өләсәһе. Ил күргәнде күреп,кеше күргәнде үтеп йәшәлде балам тей. Һуңынан,бына нимә булған..Утыҙға табан ыңғайлаған Бибисараны һоратыусылар булған әлбиттә. Һөйкөмле,эшсән, йәш ҡатын. Күрше ауылдан, дүрт бала менән ҡалған Зәкей ҙә инәлеп йөрөне тей. Бишенсе балаһынан ҡотолғанда, ҡанһырап үлгән әсәй кеше, сабыйҙарҙың. Тик, йөрәк ятманы уға - тип уфтанып һөйләне ҡәҙерлеһе. Тәбиғәтте алдап булмай, сабыйым. Ир ҡосағы танһыҡ ине. Йәшәп тә өлгөрмәнем бит. Ирле ҡатындарға көнләшеп хатта ҡарағаным булды. Бала бағыу тураһында һүҙ ҙә юҡ. Хыялыйға әйләнеп, төндәрен һаташып сыға инем тей. Һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул. Ун етеһе лә тулмаған, күрше малайы Әхәттән буйға уҙа. Һуңғы көндәрендә, ейәнсәренә күңелендәге ауыр йөгөн асты. Нисек шулай килеп сыҡты. Нимә кисерҙең..Һәм башҡа һорауҙар килешмәй ине был осраҡта. Нәзифә,шуға,шым ғына тыңланы ла тыңланы.Үҙенең йәшенә ҡарап, бигерәк ирҙәрский ине ул, ҡойолоп бөткән тештәрен яулыҡ осо менән ҡаплап кеткелдәп көлөп һөйләне. Яҡын итеп күрҙе мине. Ҡыҫҡа ғына миҙгелдә бәхет тәмен татып ҡалдым. Күңелем йәһәннәмгә осто. Үҙенең атай буласағын әйтмәнем. Оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай тамамланым нурлы мәлемде. Ауыр ҡотолдом. Ләкин,ярамай ине. Хоҙайҙан ғәфү генә һораным. Өйләнеп, балалары булһа, яҡын туғандар ғишыҡ-мышыҡ кисереп, бәлә генә тыуҙырмаһам ине тип киләсәктә ҡайғырыуҙарым.... Күрше генә донъя көтөлгән бит. Ауыр уйҙарҙан оҙаҡ арындым- тип көрһөнөп бер миҙгел тынлыҡ урынлаштырҙы.Ирһеҙ тапҡан, уйнаштан тапҡан, булған инде һүҙ электә. Ирле ҡатындар ауылда был хәлдәрҙән ирҙәрен болартҡан.Ғәиләләге талаштар өсөн, төндәрем байтаҡ ваҡыт илап уҙҙы. Әхәт те уйлап та биреүсе булманы. Бала ғына ине шул. Нахаҡ һүҙҙәр ишетһәм дә бәпесемде-оло бәхет итеп ҡабул иттем – тип уфтанды өләсәһе. Минең хәлдәгеләр ул осор булды. Ир-атҡа ҡытлыҡ заман. Ә,тәбиғәтте алдап булмай. Әсәй бәхетен татығы килә. Ҡуй,балам, башыңды ҡатырмайым. Бына ошо була инде лә яҙмыш. Ниҙәр үтеп, ниҙәр кисеререңде –бер Хоҙай белә. Бер нимәгә лә –юҡ булмаҫ тип әйтергә ярамай. Бары тик буталсыҡ ваҡиғалар ғына булмаһын, бәпкәм. Һуғыш касафаты бутаны беҙҙе. Һеҙгә ҡағылмаһын –тип ул көндө һөләшеү тамамланды. Иртәгәһенә телһеҙ ҡалды Бибисара. Айҙан артыҡ түшәктә ятып йән бирҙе. Кем ул Әхәт-олатаһы хәҙер ҡайҙа, өләсәһе серен сисмәне. Өләсәһенең үлеме менән юҡҡа осто артабанғы тормошо....Бына ошо үҫмер егет һәм өләсәйемдән, минең атайым тыуған. Бер мең туғыҙ йөҙ илле икенсе йыл. Нәзифә кесеһе,төпсөге уларҙың.Иҫкә төшөрөп ҡуйыртыуы..Балаҡайының хәлен уйлауҙан.Ысынлап, өләсәһе менән һөйләшеүҙәр бушҡа булманы. Мәктәпте арыу ғына тамамлап, училище уҡып бөтөп,Нәзифә Өфөлә эштә ҡалды. Бер нисә ҡыҙ менән ике бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алып эшләй башланылар. Һуңынан инде,Фуатын осратып, кейәүгә сыҡты.Ике ҡыҙ һәм бер улдары тыуҙы. Эш бар, үҙҙәре йәш. Бәхетле миҙгелдәр. Тағын ней кәрәк. Булгаҡ ҡасабаһында өй һалып сыҡтылар. Улдары, Данил,армия сафынан ҡайтҡас та ғәилә ҡорҙо. Аллаға шөкөр, Нәзифәнең был тормошта һөйөнөстәре күп булды. Донъя һәүетемсә алға бара ине.Тик....Килен балаҡай яңылышты. Эш урынында үҙенән олораҡ ир башын әйләндергән. Пыран-заран килтереп сығып китте шул иренә. Эй, аллаҡайым. Үтенеп, ялбарыуҙар. Ике ҡыҙы, еңгәләрен, эшенән һағалап аҡылға килеүен һораҙар ине. Нәзифә лә, һөйләшмәне түгел һөйләште. Яратам, ҡәйнәм. Мөхәббәтемде осраттым. Данилдың ғәйебе юҡ. Мин,ғәйепле. Мин бәхетле,-тип яуап бирер ине.Кипте, алйыны баш балаһы. Һыр бирмәй, эшкә йөрөне. Эштән һуң, әсәләренә килеп сәй эсеп китер булды. Ошолай, ярты йыл тирәһе ыҙа күргәс, ҡайтты килене. Ҡайтты ғына түгел, икәү булып ҡайтты. Буйға уҙған ине. Балаҡайының,күңеле йомшаҡмы? Яратыуы сикһеҙ? Белмәйем. Йәшәп киттеләр. Әйтерһең,ошо ярты йыл булмаған.-Әсәй, Ильмира яңылышҡан. Мин ҡабул итәм был баланы. Ғәйебе юҡ бит сабыйҙың -тип күҙҙәренә өмөтләнеп ыңғай яуап эҙләгәс.-Эйе-тине атай менән әсәй. Кемдең балаһы, нисек шулай килеп сыҡты? Килен кеше, яуап бирмәне. Башҡаса һораманылар ҙа. Үҙ исем-аттарына ҡушып ҡабул иттеләр.Элеккесә йәшәп киттеләр. Малай тыуҙы.Теремек кенә үҙе. Олатай менән өләсәй эрене әлбиттә йән эйәһенә. Бер йыл да уҙмай, Ильмира ҡыҙ табып бирҙе. Бына шулай ғүмер итә хәҙер, Нәзифә. Тор урыныңдан,яңы көн тыуҙы. Бәпестәрҙе барып күрәһе бар. Йыуаныстары ошо балалар.......Матур итеп мәктәпте тамамлап, яҡшы эшкә кереп кенә яҙмыш тигеҙ барһа ул, ә? Нисек «спор» итә ине өләсәһе менән...Яҙмыш тигән апайҙың, ҡулы күтәрелмәҫ йәнәһе.Римма Саньярова.
Читайте нас в