2 ст һыу, 6 ст. шәкәр, 4 ст ҡарағат алдым. Стаканды 700 г банка менән дә алыштырып була, ҡарағаттың күләменә ҡарап. Һыуға өс стакан шәкәрҙе һалып, ағарып сыҡҡансы ҡайнатаһың да ҡарағатты һалаһың. 7 минут ҡайнатырға, күбеген алырға. Уттың самаһын үҙегеҙ ҡарағыҙ, мин уртасала тоттом. Шунан ҡалған өс стакан шәкәрҙе һалырға ла 5 мин ҡайнатырға. Ошо самаға ике 700 һәм 500 бер банка китте. Уларҙы стерилизовать иттем дә ҡайнар ҡайнатма һалып бороп ултырттым. Кискеһен түҙмәнек теге бер 500 банканы асҡайныҡ йылтыр ғына һеркелдәк кенә тәмле генә желе килеп сыҡҡан).