Аш бүлмәһе кәңәштәрен хәтер һандығына һалып ҡуйырға була- Дөгө бешергән һыуығыҙға бер аш ҡалағы һеркә ҡойһағыҙ, рисегеҙ ап-аҡ булып, таралып торор;- Ҡаймаҡҡа бер аҙ һөт ҡушһаң, кремдар эшләгәндә эремәҫ;- Бәлеш эслегенә тигән кәбеҫтәне башта ҡайнар, унан һыуыҡ һыу менән бешекләп алып, һығып, табала ҡыҙҙырһаң, ул төҫөн юғалтмай, йылтырап торор;- Кофе ҡайнатҡанда, иң ахырында семтем тоҙ өҫтәп ебәрһәң, ҡәһүә хуш еҫле булыр;- Бер аҙ уксуста иретелгән ике киҫәк шәкәр, соустағы виноны алыштыра ала;- Асылған томат пастаһы күгәрмәһен өсөн, ҡапҡасына горчица һөртөр кәрәк;- Кисел ҡайнатҡанда еләк-емештең тәмен һәм төҫөн һаҡлап ҡалыу өсөн ағып сыҡҡан һутын ҡушмаҫҡа, ә әҙер киселгә генә ҡойорға.- Сөгөлдөр 3 сәғәт буйына оҙаҡ бешә. Ә уны 1 сәғттә өлгөртөргә була. Бер сәғәт бешереп, унан 10 минут һыуыҡ һыу ағымында тотһаң, әҙер була.- Винегрет тәмле булһын өсөн бер аш ҡ.һөт һәм 1 балғалаҡ шәкәр өҫтәр крәк.