Экспортерҙарҙы арттырыу бурысы ҡуйылған. Улар өсөн айырым клуб ойошторола. Проект өсөн берҙәм стиль эшләнә, шулай уҡ сайт булдырыла. Быйыл брендты танытҡан рус һәм инглиз телдәрендә видеояҙмалар төшөрөлә. Проектта ҡатнашҡан ойошмалар халыҡ-ара күргәҙмә һәм йәрминкәләрҙә даими ҡатнашып барасаҡ. Киләһе йылда “Башҡортостанда эшләнгән” тигән тауар билдәһен рәсми теркәү ҡаралған.