Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль 2020, 16:30

Мамыҡ кеүек ҡамыр рецепты!

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!1 стакан кефир0.5 стакан көнбағыш майы1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә1 сәй ҡалағы тоҙ1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо3 стакан он

Тиҙ генә әҙер була торған ҡамыр, һәр төрлө ризыҡ бешерергә бара!1 стакан кефир0.5 стакан көнбағыш майы1 пакет (11г.) ҡоро сүпрә1 сәй ҡалағы тоҙ1 аш ҡалағы шәкәр ҡомо3 стакан онӘҙерләү:Кефирға көнбағыш майын ҡушып әҙерәк йылытабыҙ, тоҙ м-н шәкәр өҫтәйбеҙ, иләнгән ондо дрожжи м-н бутайбыҙ, ондоң өҫтөнә яйлап кефирҙы ҡоябыҙ һәм йомшаҡ итеп ҡамыр баҫабыҙ. Өҫтөн ябып 30 минутҡа йылы ергә ҡуйып торабыҙ ҡалҡһын өсөн. Ҡамыр ҡалҡҡансы эсенә һалырға эслек( начинка) әҙерләйбеҙ. Майлы табаға эшләнгән пирожкиларҙы теҙеп сығабыҙ йәбештерелгән ере м-н аҫҡа ҡаратып. Мейес йылығансы 10 минуттай ҡабартып ҡуябыҙ. Шунан, пирожкиларҙың өҫтөнә йомортҡа һөртөп сығабыҙ.Ҡыҙарып бешкәнсе бешереп алабыҙ.Был ҡамырҙан йәнегеҙ теләгәнен бешерергә була: пицца,пирожки, булочкалар.Ҡамыр һәр ваҡыт уңып сыға.Тәмле булһын аштарығыҙ!.
Читайте нас: