Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов күҙ тейеү, шәхси тормошто социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеү, ғаилә тыныслығын һаҡлау йәһәтенән ниндәй кәңәштәр бирә?
Бәхет эштәме, ғаиләләме? Күңел тыныслығын нисек табырға? Күҙ тейеү бармы, насар күҙҙән, насар һүҙҙән нисек һаҡланырға? Был һорауҙарға Башҡортостандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов яуап бирҙе.
– Күҙ тейеү бармы, Айҙар ағай?
– Көслө энергетикалы кешеләр бар. Уларҙың күҙ ҡарашы кемгәлер ыңғай тәьҫир итергә, ә икенселәргә насар йоғонто яһарға мөмкин. Күҙ тейеүҙе бала саҡтан беләм. Кес кенә сағымда әсәйҙең мине юрғанға төрөп, Хәбибә әбейгә өшкөртөргә тип йүгергәне иҫемдә ҡалған. Ә бит кемдер, их, бының аяҡтары, тип кенә һоҡланып ҡараған булған. Әйтергә кәрәк, һоҡланып ҡараһам, үҙемдең дә күҙем тейеүе мөмкин. Һөнәрем аша ла күҙ тейеү барлығын беләм. Һиңә залдан әллә күпме кеше ҡарай, ниндәйҙәре генә юҡ. Был үҙен аҙаҡ һиҙҙерә.
– Насар энергетиканан нисек һаҡланырға?
– Халыҡ алдына сығыр алдынан үҙеңә төрлө энергиянан һаҡлаған ҡалҡан ҡуйырға өйрәнергә кәрәк. Әлбиттә, бындай ваҡытта доға уҡыу ҙа ярҙам итә. Тәжрибәмдән сығып әйтәм: концерттан һуң булған осрашыуҙар, интервью, автограф өләшеү, фотоға төшөүҙәр тағы ла күберәк энергияны ала.
– Шәхси тормошто, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙе социаль селтәрҙә күрһәтәһегеҙме?
– Ундай күренешкә ҡаршымын. Тормошоңдо күрһәт, тағы ла ҙурыраҡ аудитория туплаясаҡһың, тиһәләр ҙә, һаман: "Минең өйөм – минең нығытмам", – тип йәшәйем. Уның эсенә миллионлаған аудиторияны бер ҙә индерге килмәй.
- Ғаилә тыныслығын нисек һаҡларға?
– Бер-береңде хөрмәт итергә, терәк булырға, кәңәшләшеп йәшәргә... Әйтәһе һүҙҙәреңде эсеңдә йөрөтмәй, әйтә белергә лә кәрәктер. Ололарға хөрмәт күрһәтеү ҙә тыныслыҡҡа килтерә, сөнки һинең һәр бер аҙымыңды, ғәмәлеңде балалар күреп, күңеленә һалып ҡуя.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s-yem-mine-shk-rt-rg-tip-H-bib--beyg-y-ger-tor-ayni-359542/