Сибай ҡалаһының Төйәләҫ йылғаһында урындағы 36 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла.
Сибай ҡалаһынан 34 йәшлек ир 2015 йылда кеше үлтергәне өсөн суд алдында яуап тотасаҡ. Хоҡуҡ һаҡлау органдарына был енәйәтте асыуға бер нисә йыл талап ителә.2015 йылдың 25 авгусында Сибай ҡалаһының Төйәләҫ йылғаһында урындағы 36 йәшлек ирҙең кәүҙәһе табыла. Экспертиза тәүҙә 36 йәшлек ирҙең һыуға батыуын билдәләй, әммә һуңынан ирҙең үлемендә криминаль характер булыуы асыҡлана. Тик ул ваҡытта тәфтишселәр ғәйепләнеүсенең эҙенә төшә алмай. 2019 йылда ғына хоҡуҡ һаҡсылары ирҙең үлемендә танышының ҡатнашлығын асыҡлай.
Башҡортостан Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек Сибай кешеһе тикшереү барышында үҙ ғәйебен тулыһынса танып, полиция органдарына ғариза менән мөрәжәғәт итә.Ғәйепләнеүсенең һүҙҙәренә ҡарағанда, 2015 йылдың 23 авгусында Төйәләҫ йылғаһы буйында улар таныштары менән иҫерткес эсемлектәр ҡуллана. Ни сәбәптәндер мәрхүм ир менән ғәйепләнеүсе араһында ғауға килеп сыға. Ике ир һуғыша башлай, һыуға тәгәрәп төшөп китәләр. Шунан ғәйепләнеүсе танышының башынан ныҡ итеп тотоп көсләп һыуға батыра. Шешәләшен ошондай юл менән үлтереп, ҡабат табын янына ашыға. Табындаштарын иһә танышы һыу инеп ҡалды тип алдай.Суд ҡарары менән 34 йәшлек ир кеше үлтереүҙә ғәйепләнеп, 13 йылға иркенән мәхрүм ителгән.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tanishin-iu-a-batira-la-359243/