60 йыл элек булған фажиғә серен тикшереүгә, ниһайәт, нөктә ҡуйылды.
Шулай итеп, Игорь Дятлов етәкселек иткән туғыҙ кешенән торған төркөм өшөүҙән, һыуыҡ алыуҙан һәм ҡар өйөмө төшөүҙән алынған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Был хәл 1959 йылда Төньяҡ Уралда теркәлгән. Белгестәр сәбәптәрен асыҡлау өсөн урында туғыҙ экспертиза үткәргән.
Генераль прокуратура был тикшереүҙе туристарҙың туғандары һорауы һәм киң йәмәғәт резонансы арҡаһында башлай. Ведомство белгестәре әйтеүенсә, тауҙан ҡар ишелмәһе төшөп килгәнен күреп ҡалған туристар палаткаларын эстән ҡырҡып сыҡҡан һәм, йәшенмәксе булып, 50 метр алыҫлыҡтағы таштар артына ҡасҡан. Әммә кире палаткалары янына әйләнеп ҡайта алмағандар, сөнки бер нәмә лә күренмәгән. Күренеү мөмкинлеге ни бары 16 метр алыҫлыҡҡа ғына булған. Палаткалар 50 метр алыҫлыҡта ғына торһа ла, әйтелгән шарттарҙа уларҙы табып булмауы дәлилләнгән.
Иҫән ҡалған туристар туңып үлмәҫ өсөн усаҡ та яҡҡан, тик барыбер өшөп үлгәндәр. Был ваҡытта һауа торошо -40, -45 градус булған.
Ә Золотарев, Дубнина һәм Тиро-Бриноль 3-4 метр бейеклегендәге ҡар өйөмө аҫтында ҡалып һәләк булған.
Дятлов төркөмө туристарының һәләк булыуы XX быуаттың иң ҙур сере тип һанала ине. Һуңғы фараздарҙың береһе буйынса, туристар бик һирәк осрай торған себер сиренән үлеүе ихтимал, тиелгәйне. Был версияны Түбәнге Тагил тикшереүсеһе Василий Мехоношин былтыр әйткәйне. Ә уға тиклем тағы 80 самаһы фараз булған. Хатта Байконурҙан ебәрелгән ракета осоп төшкән тигәндәре лә булды. Шулай уҡ төркөмдөң ауыр тәбиғәт шарттарындағы экспедицияға әҙер булмауын да белдерҙеләр.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Dyatlov-t-rk-m-n--lem-sere-asi-landi-362740/