Был ваҡиға тураһында интернетта төрлө сығанаҡтар төрлөсә хәбәр итә, шуға ла БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәтенә таянып яҙабыҙ.
Ҡыҫҡаһы, үткән ял көндәрендә (11 июль) 1939 йылғы Учалы кешеһе ҡатыны һәм ейәнсәре менән урманға еләк йыйырға сығалар. Ҡайтҡан юлда автомобиль йырынға бата. Ағай ярҙам һорарға сығып китә лә, юҡ була. Байтаҡ ваҡыт үткәс кенә полиция хеҙмәткәрҙәре Силәбе өлкәһенең Карагайка ауылы эргәһендә уны табалар, туғандарына тапшыралар. Хәле ҡәнғәтләнерлек, медицина ярҙамына мохтажлығы юҡ, тип тә хәбәр ителде.
Әлеге кеүек селлә ваҡытында өйҙә ултырыу хәйерлерәк. Бындай эҫелә хәл дә тиҙ бөтә, хроник сирҙәр ҙә киҫкенләшә, коронавирус тураһында ла онотмайыҡ - эҫегә бигүк бирешмәй буғай.