Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 15:50

«Ете егет» проекты еңеүсеһе кем булыр?

Былтыр көҙ Башҡортостан юлдаш телеканалында башҡорт халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Ете егет» тип аталған өр-яңы реалити-шоу старт алған ине. Быйыл проекттың икенсе миҙгеле старт алды. Районыбыҙҙың данын Ҡотой ауылы егете - Зариф Сөләймәнов яҡлаясаҡ. Зариф Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Бар яҡтан да килгән егет көрәш, дзюдо, самбо, футбол менән шөғөлләнә, Ҡотой футбол командаһы капитаны, Учалы йәштәр берлеге активисы. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләүгә лә әүәҫ.

Былтыр көҙ Башҡортостан юлдаш телеканалында башҡорт халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән «Ете егет» тип аталған өр-яңы реалити-шоу старт алған ине. Унда маҡсатҡа ынтылыусан, сәмле, ғәмле, тәүәккәл һәм сағыу егеттәр ҡатнашты. Сағыу реалити-шоуҙы тамашасылар яратып ҡараны. «Ете егет» проектында ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә ҡиммәтле приздарға: республика шифаханаларынан, бағыусыларҙан һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан бүләктәргә лайыҡ булды. Төп бүләк - башҡорт тоҡомло ат Әбйәлил районынан Салауат Хафизовҡа эләкте.Реалити-шоу жанрындағы «Ете егет» телепроекты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелде. Ете егет үҙҙәрен төрлө кәсептәрҙә һынап ҡараны һәм үҙ-ара ярышты. Телетамашасылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлыһын һайлап алды.Быйыл проекттың икенсе миҙгеле старт алды. Әлеге ваҡытта Йылайыр һәм Ейәнсура райондарында съемкалар бара. Реалити-шоуҙа республикабыҙҙың төрлө райондарынан - Ишимбайҙан, Ейәнсуранан, Белореттан, Көйөргәҙенән, Баймаҡтан, Учалынан һәм Өфө ҡалаһынан егеттәр ҡатнашасаҡ. Проекттың төп маҡсаты - һәр ҡатнашыусы тимер сүкеүҙең, солоҡсолоҡтоң, ағас һырлауҙың, уҡтан атышыуҙың, йылҡысылыҡтың нимә икәнен белергә тейеш.Районыбыҙҙың данын Ҡотой ауылы егете - Зариф Сөләймәнов яҡлаясаҡ. Зариф 2000 йылда Ҡотой ауылында тыуған. Ҡотой-Ураҙ мәктәптәрендә 7 класс белем ала, ә 8-11 кластарҙы Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла уҡый. Әлеге мәлдә Зариф Өфө дәүләт нефть техник университетында белем ала. Бар яҡтан да килгән егет көрәш, дзюдо, самбо, футбол менән шөғөлләнә, Ҡотой футбол командаһы капитаны, Учалы йәштәр берлеге активисы. Йырларға, бейергә, шиғыр һөйләүгә лә әүәҫ. -Дуҫым Айназ проект тураһында ишеткән дә, ҡатнашырға тәҡдим иткәс, риза булдым. Әле беҙҙе ике аҙнаға хозур тәбиғәтле Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына съемкаға (??????) алып килделәр. Проектта 18-27 йәшлек егеттәр көс һынаша. Проекттың төп маҡсатына ярашлы, көн дә мастер-кластар үткәрелә. Мәҫәлән, беренсе көн яҡташыбыҙ ҡурайсы Рәис Низаметдинов егеттәрҙе ҡурай яһау серҙәренә төшөндөрҙө. Икенсе көндә бура бураныҡ, өсөнсө көнө аттарҙа сабышырға өйрәттеләр, дүртенсе көндә тимер менән эш иттек, бишенсе көндә быйма баҫып ҡараныҡ. Әле тағы туҙҙан әйберҙәр яһаясаҡбыҙ, уҡтан атышасаҡбыҙ, ҡыҫҡаһы, күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ бында, - ти Зариф. - Атайым менән әсәйемә рәхмәтлемен, мин үҙемде бында һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек хис итәм. Улар мине эш һөйөргә өйрәтте, рухлы итеп үҫтерҙе, бар башланғыстарымды ла хуплап торҙолар. Зариф ғаиләлә өсөнсө бала. Ике ағаһы һәм бер һеңлеһе бар. Әсәһе Зәкиә Сәғиҙулла ҡыҙы почтальон булып эшләй, атаһы Ринат Дәминдәр улы таш ҡырҡыусы. -Миңә бик оҡшай реалити-шоу. Егеттәрҙең барыһы ла лайыҡлы. Бәйге ҡыҙыу бара. Тик беҙҙең еңеү тамашасы ҡулында. Шулай ҙа өмөт бар, - ти Зариф.Проект сентябрь-октябрь айҙарында тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ. Реалити-шоу аҙағында телетамашасылар интерактив тауыш биреү юлы менән иң лайыҡлыһын һайлап аласаҡ. Төп бүләк - башҡорт тоҡомло ат! Ә беҙ яҡташыбыҙ Зарифҡа уңыштар теләп ҡалайыҡ. Тауыш биреү ваҡытында дәррәү ҡушылайыҡ. Вилиә ЯНБАЕВА.
Читайте нас: