Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 10:35

Үҙгәртеп ҡороуҙар дауам итә

РФ Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә Өфө ҡалаһында "Тулҡын" паркы үҙгәртеп ҡорола.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Өфө ҡалаһының Ленин районындағы “Тулҡын” паркы үҙгәртеп ҡорола.
Подряд ойошмаһы вәкиле Эдуард Остапчук белдереүенсә, парк биләмәһе ике тапҡырға киңәйтелгән. Бында йәйәүлеләр өсөн юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, хоккей майҙансығы, сәхнә барлыҡҡа килгән.
Бында автопарк та хасил булған. Ул шуныһы менән мөһим: балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнәсәк. Бынан тыш, паркта 100 камеранан торған видеокүҙәтеү ойошторолған.
Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә паркта дә уңайлыҡтар буласаҡ. Өҫтәүенә тиҙҙән барлыҡҡа киләсәк быуа ла өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн үҙенсәлекле ял итеү урынына әйләнәсәк.
Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
"Башҡортостан" (А. Низамова)
Фото Ленин районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас: