Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 18:10

Коронавирус һыу ингәндә йоғамы?

Көндәр эҫе тора, халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә. Коронавирус һыуҙа йоғамы юҡмы, күптәрҙе ошо һорау борсой. "Роспотребнадзор"ҙан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ингәндә

Көндәр эҫе тора, халыҡ йылға-күл буйҙарында ял итә. "Роспотребнадзор"ҙан хәбәр итеүҙәренсә, һыу ингәндә сирҙе йоҡтороуҙан хәүефләнергә ярамай, сөнки вирус һыуҙа һәләк була. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, асыҡ һыу ятҡылыҡтарына ҡояш нурҙары ныҡ тәьҫир итә, ә вирус уға бирешә. Коронавирустың һыу аша йоғоуы тураһында раҫланған мәғлүмәт юҡ.
Әммә һыуҙа башҡа инфекцияларҙы йоҡтороу ихтималлығы көслө, тип иҫкәртә "Роспотребнадзор", мәҫәлән, лямблиоз, ротавирус, церкариоз, дизентерия, сальмонеллез... Киҫкен респиратор билдәләре һиҙелгәндә, тәндә йәрәхәттәр, яралар булғанда, һыу инергә ярамай. Һыу ингәндән һуң өйҙә таҙа һыу менән ҡойонорға тәҡдим ителә.
Фото: Inetmnenie.ru.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: