Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июль 2020, 19:05

Әсә ҡарғышы

Иртәнге сәй әҙерләп йөрөгәндә, ишектә Нәҡиә әбей күренде. “Ҡунаҡтар ҡайтҡан тип ишеттем дә, күрәйем әле тип килдем”, - һөйләнә-һөйләнә инде ул ишектән. "Әйҙүк, бәхетленең ҡунағы бергә", - тип ҡәйнәм әбейҙе түргә саҡырҙы. Ҡала күстәнәстәре менән сәй янында гәпләштек. Ул беҙҙән Өфө тормошо тураһында һорашһа, беҙ унан балалары хаҡында белештек.

Сираттағы ял миҙгелендә Ырымбур өлкәһендә ҡәйнәмдә ҡунаҡта булдыҡ. Ул яҡтарҙа ситтән кеше ҡайтһа, тирә-яҡ күрше-күлән инеп хәл-әхүәл белешмәй ҡалмай.
Иртәнге сәй әҙерләп йөрөгәндә, ишектә Нәҡиә әбей күренде. “Ҡунаҡтар ҡайтҡан тип ишеттем дә, күрәйем әле тип килдем”, - һөйләнә-һөйләнә инде ул ишектән. "Әйҙүк, бәхетленең ҡунағы бергә", - тип ҡәйнәм әбейҙе түргә саҡырҙы. Ҡала күстәнәстәре менән сәй янында гәпләштек. Ул беҙҙән Өфө тормошо тураһында һорашһа, беҙ унан балалары хаҡында белештек.
Иремдең бабаһының ефете ул Нәҡиә әбей. Мансаф бабай күптән мәрхүм булһа ла, ғүмер буйы аралашып йәшәгәс, әбей ҡәйнәмдәргә килеп йөрөй. Өс балаға ғүмер биргән улар. Һәр береһе үҙ донъяһын ҡороп, өйләнеп йәшәй башлағайны ла бит, тик кесе улдары Марат ялҡау булып сыҡты. Бай ғына ҡыҙға өйләнеп, етешлектә йәшәй башлағайнылар. Ҡайныһы - эшҡыуар, кейәүен үҙ бизнесына ылыҡтырырға теләне. Әммә Марат, ялҡаулығына баш була алмай, кире тыуған йортона ҡайтып керҙе. Хатта улым бар тип тә торманы. Кәләше нисек тә бергә йәшәргә тырышмаһын, ир ғаиләһенә ҡабат барманы. Ауылда эскелеккә һалышып, тамам юҡҡа сығып йөрөй. Әсәһенән бер туҡтауһыҙ тәмәкегә, эскегә аҡса таптыра.
“Марат ни хәлдә һуң әле?” - тип һорап ҡуйҙы ирем бергә уйнап үҫкән дуҫы-туғаны хаҡында. “Ҡуй инде, һорама ла... - тип ауыр уфтанды әбей. - Шул эсеүе менән тамам тәҡәтте ҡоротто, үлмәй ҙә бит исмаһам. Тыныс йәшәр инем ҡалған ғүмерҙе...” Был һүҙҙәрҙән йөрәк жыу итеп ҡалды... Әсә кеше үҙ балаһын ҡарғап, үлем теләһенсе әле... Шулай ҙа, үҙәгенә үтмәһә, бындайҙы әйтмәҫ ине, моғайын, тигән уй үтте.
Ауыр тынлыҡты ҡәйнәм боҙоп: "Нәҡиә апай, һинең иртәгә тыуған көнөң түгелме һуң? Гөлфиә ҡыҙың ҡайтмаймы?" - тип һорап ҡуйҙы. “Әйй, шулай шул (83 йәше менән барған инәй тыуған көнөн дә онотҡайны инде). Әлләсе, шылтыратҡанда ҡайтырға оҡшамағайны. Кем белә, бәлки, ҡайтыр ҙа..." – тине әбей, йөҙө яҡтырып. Шулай ҙа кибеттән тәм-том алып ҡуяйым, тип йәһәтләп сығып китеү яғын ҡараны.
Был ваҡытта юлда ҡыҙы Гөлфиә, әсәһенә тыуған көн бүләге булып ҡайтып төшөргә уйлап, ҡала-ара автобусына ултыра. Шәп килгән транспорттың алдына ҡаршы һыҙаттан йөк машинаһы килеп сыға. Автобус, бәрелмәҫ өсөн тайпылып, юл ситенә оса. Ауыр йәрәхәтләнгәндәр араһында Гөлфиә лә була, умыртҡа һөйәге һына... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ауылға ҡайтып етергә насип булмай уға, кире Ырымбур ҡалаһына дауаханаға алып китәләр...
Был аяныслы ваҡиға ваҡыты тап әбейҙең Маратты әрләп ултырған сағына тура килә. Ирекһеҙҙән, әсә ҡарғышы икенсе балаһына төштөмө икән әллә, тигән уй килә. Хоҙай үҙе генә белә инде... Шулай ҙа ауыҙҙы үлсәп асыу хәйерле.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/s--ar-ishi-362732/
Читайте нас: